Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Ғинуар 2019, 12:53

Еңелгән ерҙән...еңдек!

«Салауат»тың ҡайһы бер уйындарын бер юлы өс каналдан ҡарарға була. Ә һеҙ ҡайһыныһынан ҡарайһығыҙ? КХЛ-данмы, БСТ-нанмы, әллә «Ҡурай»ҙанмы? Мин уҡыусыларыбыҙға «Ҡурай»ҙан ҡарарға тәҡдим итер инем. Ни тиһәң дә—үҙ телебеҙ бит. Әйткәндәй, егеттәр хәҙер һөйләргә ҡәҙимге өйрәнеп алды.Хоккейҙан башҡа ла бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирәләр.

Йыш ҡына ҡунаҡҡа билдәле шәхестәрҙе саҡыралар. Бер көндө яҡташыбыҙ, бөтәбеҙ ҙә яҡын күргән Байегет килде. Ул ни, артист кеше, бөтә сит ил уйынсыларына исем тағып бөткән: мәҫәлән, Теему Хартикайненды ул Тимур, Линус Умаркты Оморҙаҡ тип кенә йөрөтә... Эсем ҡатып үлә яҙҙым. Беҙҙекеләр еңелеп барһа ла.
22 ғинуарҙа «Салауат Юлаев» хоккей клубы Ҡытайҙа «Куньлунь Ред Стар» командаһы менән көс һынашты. Был миҙгелдә улар ике тапҡыр осрашты. Өфөлә үткән уйындарҙың икеһендә лә яҡташтарыбыҙ ҙур иҫәп менән еңде:5:0,7:4. Уйын,ғәҙәттәгесә,буп-буш аренала үтте. Ҡытайҙар, КХЛ-ға команда әҙерләп бирһәләр ҙә, хоккей тип үлеп бармайҙар. Хоккей—уларҙың уйыны түгел.
«Куньлунь» хәҙергә 44 мәрәй менән Көнсығыш конференцияла 9-сы урында бара. Үксәһенә баҫып килгән «Себер» ҙә шул тиклем мәрәй йыйған. «Нефтехимик» ике мәрәйгә генә ҡалыша. «Куньлун»ға, плей-офҡа сығам тиһә, еңелергә ярамай. Шуғалыр, ул был юлы «Салауат » менән бик көслө уйнаны. Иҫәпте беренсе осорҙа яҡташтарыбыҙ асһа ла, икенсе осорҙа,ҡунаҡтарын үҙ яртыһына бикләп, тын алырға ла ирек бирмәнеләр. 2:1 иҫәп уйын бөткәнсә тигәндәй һаҡланды.Ярай, уйын бөтөргә бер нисә минут ҡына ҡалғанда, Кугрышев, көтмәгәндә шайба индереп, иҫәпте тигеҙләп ҡуйҙы: 2:2.
Өҫтәлмә ваҡытта бер кем дә гол индерә алманы.Буллитта бәхет юлаевсыларға йылмайҙы. «Салауат» бер ыңғайҙан өс тапҡыр еңелгәндән һуң тәүгә бер ике мәрәй отто.
Кисә «Салауат» «Куньлунь» менән дүртенсе уйынын уйнаны.
Фәрит Әхмәров.
Читайте нас: