АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Ғинуар 2019, 10:26

«Салауат Юлаев»—беҙҙең ғорурлығыбыҙ

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры Николай Цулыгин һәм команда капитаны Григорий Панин менән осрашты. Унда төбәктә хоккейға булышлыҡ итеү, клубты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры Николай Цулыгин һәм команда капитаны Григорий Панин менән осрашты. Унда төбәктә хоккейға булышлыҡ итеү, клубты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
—«Салауат Юлаев»—беҙҙең ҙур байлығыбыҙ. 60-сы йылдарҙа ойошторолоп, данлы традицияларға эйә булған рухлы клубты артабан да үҫтереү беҙҙең өҫтә. Беҙ уға ярҙам итеү мәсьәләһен тикшерҙек, шул иҫәптән «Башнефть» менән дә. Хоккейға ла, футболға ла, башҡа спорт төрҙәренә лә булышлыҡ күрһәтеләсәк,—тине Радий Хәбиров.—Әлбиттә, төбәктәргә профессиональ спорттың ни тиклем кәрәк булыуы—фәлсәфәүи һорау. Әммә, тәжрибәнән күренеүенсә, юғары ҡаҙанышҡа ирешкән спорты булған, меңдәрсә бала һәм үҫмер Радулов, Умарктан өлгө алырға тырышҡан ерҙә күмәк спорт бер нисә тапҡырға һөҙөмтәлерәк үҫә».
Был осрашыуҙан берме-икеме көн элек «Салауат Юлаев» хоккей клубы етәкселегендә ҙур үҙгәрештәр булып алды. Был юлы клубтың генераль директоры Таһир Ибраһимов менән спорт буйынса директоры Роман Беляев эштән китте. Хәҙер клубтың генераль директоры вазифаһын быға тиклем Таһир Ибраһимовтың урынбаҫары булып эшләгән Александр Курносов башҡарасаҡ.
Спорт буйынса директор вазифаһына Игорь Григоренко менән Андрей Зюзин дәғүә итә, тигән хәбәр таралғайны, ләкин, көтмәгәндә, Василий Чижовты тәҡдим иттеләр. Чижов—Өфө тәрбиәләнеүсеһе, Владимир Юрзинов (кесеһе) «Салауат»ты етәкләгән осорҙа тренерҙар штабында, һуңғы ваҡытта Өфө йәштәр-үҫмерҙәр клубында тренер һәм уҡытыусы булып эшләгән.
Ә клубтың кураторы итеп Радий Хәбировтың «уң ҡулы», хоккейға ғашиҡ Ринат Бәширов тәғәйенләнде. Ул хоккей клубы етәкселегенең эшен күҙәтеп барасаҡ.