Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Декабрь 2018, 18:05

Тағы ике мәрәй юғалттыҡ

«Салауат» Ҡара диңгеҙ буйында «Сочи» хоккей клубы менән осрашты.«Сочи»—КХЛ-да иң йәш команда, ул 2014 йылдан алып ҡына уйнай. Ләкин тәүге йылдан уҡ ул үҙен уҫал, «тешле» һәм берҙәм коллектив итеп танытты. Хәҙер ул «Салауат» кеүек үк үҙ конференцияһында 6-сы урында бара. Былтыр ул «Салауат» менән 4 тапҡыр осрашҡан, шуның өсәүһендә еңелгән.

«Салауат» Ҡара диңгеҙ буйында «Сочи» хоккей клубы менән осрашты.
«Сочи»—КХЛ-да иң йәш команда, ул 2014 йылдан алып ҡына уйнай. Ләкин тәүге йылдан уҡ ул үҙен уҫал, «тешле» һәм берҙәм коллектив итеп танытты. Хәҙер ул «Салауат» кеүек үк үҙ конференцияһында 6-сы урында бара. Былтыр ул «Салауат» менән 4 тапҡыр осрашҡан, шуның өсәүһендә еңелгән.
Дөрөҫөн әйтәм: был юлы ла юлаевсылар еңер тип уйлағайным. Майҙан хужалары күпселектә гол индергәс тә, осраҡлы хәл тип, бик иҫем китмәне. Булмағас булмай икән баҙарҙа сөсө икмәк! Икенсе осор башында капитаныбыҙ Панинды тағы штраф эскәмйәһенә ултырттылар. Иҫәпте арттырыу өсөн 7 секунд етте: 2:0. Күп тә үтмәй, юлаевсыларға ла үс алырға мөмкинлек тыуҙы, әммә хужалар был юлы ла «бәхетлерәк» булып сыҡты: әҙселектә, бишәүгә ҡаршы дүртәүләп уйнап, тағы Метсоланың ҡапҡаһы төбөндә ҡыҙыл ут ҡабыҙа алдылар. 3:0. Был голдан һуң еңеү тураһында хыялланырға ла ярамай ине инде.
Өсөнсө осорҙа беҙҙекеләр уйынды үҙгәртергә тырышып ҡараны-ҡарауын. Осор башында Бурдасов беҙҙең иҫәпте асты. Шунан Линус Умарк ике итте. Ләкин...ваҡыт бөткәйне инде: 5:2!
Кем ғәйепле? Ниңә «Салауат» гол индерә алмай? Ошо һорауға күптәр яуап эҙләй. Күптән түгел беҙ ҙә Цулыгин баш тренер булырлыҡ дәрәжәгә үҫеп етмәгән, тип яҙып сыҡҡайныҡ инде. Хәҙер быға күптәр инанды ла булһа кәрәк. Артабан да былай дауам итһә, «Салауат»тың хәле «ҡыл өҫтөндә».
Фәрит Әхмәров.
Читайте нас: