Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Декабрь 2018, 15:36

Хартикайнен яҡташтарын төп башына ултыртты

Һуңғы дүрт уйынды «Салауат Юлаев» хоккей клубы ситтә уйнаны. Братиславаның «Слован»ын 5:2, Риганың «Динамо»һын 4:2 иҫәбенә еңеп Мәскәүгә килгәйне, һуңғы осорҙа еңелеү белмәгән ЦСКА-нан ҡоро иҫәпкә отолоп ҡуйҙы.

Һуңғы дүрт уйынды «Салауат Юлаев» хоккей клубы ситтә уйнаны. Братиславаның «Слован»ын 5:2, Риганың «Динамо»һын 4:2 иҫәбенә еңеп Мәскәүгә килгәйне, һуңғы осорҙа еңелеү белмәгән ЦСКА-нан ҡоро иҫәпкә отолоп ҡуйҙы.
Тренерҙар, ниңәлер, был юлы ҡапҡаға Кареевты ҡуйҙы. «Йокерит» менән бик яуаплы уйын алдынан Метсолаға ял бирҙеләр, тип аңлатһалар ҙа халыҡ быны алдан уҡ еңелеүҙе таныу һымаҡ итеп ҡабул итте.
Беренсе голды икенсе осорҙа хужалар индерҙе. Һаҡсы Григорий Паниндың тупаҫ уйыны (уйын һайын бер-ике тапҡыр «ултырып» сыҡмаһа исеме юғала бит инде) юлаевсыларға гол булып әйләнеп ҡайтты. Өсөнсө осор башында Окулов икенсе гол индерҙе. Уйын ахырына етеп килгәндә Линус Умарк яуап голы индергәйне лә ул индереүен, судьялар, зонаға дөрөҫ инмәнеләр тип, һанаманы. Нишләп юлаевсылар гол индергәс, бер нисә тиҫтә секунд уйнағандан һуң ғына «иҫтәренә төшкәндер», уныһы беҙгә ҡа-раңғы. Күк һыҙыҡты үтеү осорон аҙаҡтан телеоператорҙар бер нисә тапҡыр ҡабатлап күрһәтте. Сантиметрлап үлсәһәң, бәлки, ысындан да ҡәғиҙә боҙолһа боҙолғандыр. Ләкин анауынса тиҙлектә йүгергәндә кем сантиметрлап үлсәп тора? Дөрөҫөн әйткәндә, был уйында судьяларҙың хужаларға «иғтибарлыраҡ» булыуы асыҡтан-асыҡ һиҙелеп торҙо. Линус Умаркты этә төртөп ҡолатып киттеләр һәм штраф эскәмйәһенә... Линусты ултырттылар. «Симуляция өсөн!»
Уйын тамамланыуға бер минут тирәһе ҡалғанда мәскәү хоккейсылары тағы бер гол индерҙе. Еңелдек: 3:0!
Финляндияның «Йокерит» командаһы менән дә уйын бик көсөргәнешле барҙы. Иҫәпте беренсе осорҙа беҙҙең Теему Хартикайнен асты. Өсөнсө осорҙа финдәр иҫәпте тигеҙләне. Осор уртаһында Антон Бурдасовты ике минутҡа ултырттылар. Әҙселектә уйнағанда Майоров юлаевсыларҙы алға сығарҙы, ләкин, биш минут та үтмәне, финдәр иҫәпте тигеҙләп тә ҡуйҙы. Уйын бөтөргә минут та 25 секунд ҡына ҡалғанда Хартикайнен, икенсегә гол индереп, уйынға нөктә ҡуйҙы: 3:2. Шулай итеп, Теему үҙ илендә яҡташтары ҡапҡаһына ике шайба ырғытып, «Салауат»ҡа еңеү бүләк итте.
Фәрит Әхмәров.
Читайте нас: