АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Декабрь 2018, 14:56

Ҡыуып етербеҙме?

«Салауат Юлаев» хоккей клубы һуңғы ваҡытта күп мәрәй юғалтты. Һөҙөмтәлә турнир таблицаһында етенсе урынға тәгәрәне.Ай башында Рәсәй йыйылма командаһының Карьяла кубогы турнирында ҡатнашыуы сәбәпле уйындарҙа ун көнлөк тәнәфес булғайны. Унан һуң юлаевсылар биш уйын үткәрҙе. Тәүге икәүһендә уңышҡа өлгәште. Тәүҙә үҙ боҙҙарында аутсайдер «Адмирал»ды 3:1 иҫәбенә оттолар. Артабан Астанаға «Барыҫ» менән осрашыуға юлландылар. Ҡаҙағстан командаһы турнир таблицаһында беҙҙән өҫтәрәк бара. Ҡыуып етер кәрәк! Уңайлы ваҡыт: хужаларҙың легионерҙары, йәрәхәт алып, был матчта ҡатнашмай.

«Салауат Юлаев» хоккей клубы һуңғы ваҡытта күп мәрәй юғалтты. Һөҙөмтәлә турнир таблицаһында етенсе урынға тәгәрәне.
Ай башында Рәсәй йыйылма командаһының Карьяла кубогы турнирында ҡатнашыуы сәбәпле уйындарҙа ун көнлөк тәнәфес булғайны. Унан һуң юлаевсылар биш уйын үткәрҙе. Тәүге икәүһендә уңышҡа өлгәште. Тәүҙә үҙ боҙҙарында аутсайдер «Адмирал»ды 3:1 иҫәбенә оттолар. Артабан Астанаға «Барыҫ» менән осрашыуға юлландылар. Ҡаҙағстан командаһы турнир таблицаһында беҙҙән өҫтәрәк бара. Ҡыуып етер кәрәк! Уңайлы ваҡыт: хужаларҙың легионерҙары, йәрәхәт алып, был матчта ҡатнашмай.
Ысынлап та, был матчта яҡташтарыбыҙ матур уйнаны һәм хужаларҙы еңел генә 3:0 иҫәбенә еңде.
Өсөнсө уйынды юлаевсылар Новосибирскиҙа артта һөйрәлгән «Себер» командаһы менән үткәрҙе һәм 1:0 иҫәбенә отолдо. Берҙән-бер голды 13-сө минутта беҙҙең ҡапҡаға хужаларҙың уйынсыһы индерҙе. Көйәрмәндәргә бүтән гол күрергә насип булманы.
25 ноябрҙә «Салауат Юлаев» хоккей командаһы үҙ боҙонда Минскиҙың «Динамо» командаһын ҡабул итте. Уйын яҡташтарыбыҙҙың тулы өҫтөнлөгөндә үтте. Иҫәп тә шуны раҫланы: 6:1.
«Салауат»тың «Автомобилист» менән икенсе осрашыуын бөтә көйәрмәндәр ҙә түҙемһеҙлек менән көткәндер. Көнсығыш конференция лидеры «Автомобилист», һис һүҙһеҙ, көслө команда, әммә «Салауат» еңмәҫлек түгел. Етмәһә, күршеләр һуң-ғы өс уйында дәғүәселәренән еңелеп тә ҡуйҙы. Көйәрмәндәр был еңелеүҙәрҙе төп ҡапҡасыларының йәрәхәт алыуы менән бәйләй бәйләүен. Ысындан да, тап ошо уйындарҙа төп ҡапҡасы Якуб Коварж урынына беҙҙең яҡташ Сохатский уйнағайны шул. Был фараздың дөрөҫ булыу-булмауын «Салауат» менән уйын асыҡлаясаҡ: Өфөлә уйынға Якуб үҙе сыға.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «Салауат Юлаев» хоккей командаһы күршеләрҙән был юлы ла ҡоро иҫәпкә еңелде: 2:0. Ике голға ла юлаевсыларҙың күптәнге «ауырыуҙары» сәбәп булды. Юлаевсылар ҡасан дөрөҫ алмашынырға өйрәнер икән? Шул ғына иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында күпме яза алалар! Был юлы ла боҙға биш кеше урынына алтау сыҡҡан. Филатовты штраф эскәмйәһенә ултырттылар. Йоха Метсола индермәҫкә тырышып ҡараны ҡарауын. Ләкин унынсама көскә ҡаршы тороп буламы ни: 1:0. Икенсе гол өсөн ҡапҡасыбыҙ Метсола үҙә генә ғәйепле. Ҡапҡа артына үткән шайбаны баҫтырып ҡапҡаһын ташлап китеүе булды, шуны ғына көтөп йөрөгән күршеләр «асыҡ» ҡалған ҡапҡаға икенсе голды сәпәп тә ҡуйҙы. Нәмәгә кәрәк булғандыр инде уға әллә ҡайҙа тәгәрәп барған шайба? Уйын аҙағында юлаевсылар дәғүәселәрен үҙ ҡапҡалары янында ҡамап көслө һөжүм ойоштороп ҡараны, ләкин һөҙөмтә булманы.
Хәҙер «Салауат Юлаев» 31 уйындан һуң 39 мәрәй йыйып етенсе баҫҡыста барһа ла алдындағы командаларҙан 5-6 мәрәйгә генә ҡалыша. Ә лидер «Автомобилист» ғорур рәүештә бер үҙе алда барыуын дауам итә. Уға етергә тип хыялланаһы ла түгел.
Фәрит Әхмәров.