Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Ноябрь 2018, 15:29

Уҡсылар дан яулай

Ҡырымдың Алушта ҡалаһында үткән төрки халыҡтарҙың милли спорт төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй спартакиадаһында Башҡортостан уҡсыларына етеүсе булмаған.

Ҡырымдың Алушта ҡалаһында үткән төрки халыҡтарҙың милли спорт төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй спартакиадаһында Башҡортостан уҡсыларына етеүсе булмаған.
Ярыштарҙа беҙҙең республиканан тыш, Татарстан, Дағстан, Ҡабарҙы-Балҡар, Ҡарасай-Черкес республикалары, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, Калининград, Төмән, Екатеринбург ҡалаларынан да спортсылар ҡатнашҡан. Улар билбау менән көрәш, ҡанат тартыу, уҡтан атыу буйынса Рәсәй чемпионы исеме өсөн көрәшкән.
Спартакиадаға Башҡортостандан өс кеше: Өфө ҡалаһынан Юлай Fәлиуллин, Учалынан Рәйес Низаметдинов һәм Сибайҙан Хөрмәт Таһиров барған. Уҡтан атыу буйынса ярышта биш тапҡыр Башҡортостан чемпионы Хөрмәт Таһиров беренсе урынды яулап Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булған, беҙ бейеүсе, ҡурайсы һәм оҫта бейеү һалыусы тип белгән Рәйес Низаметдинов икенсе урынға сыҡҡан.
—Мин бәйгеләргә барып беренсе урын алған ерҙәремдә иҫтәлек ҡалдырырға яратам,—ти Хөрмәт Таһиров.—Алуштала ла ошо көндәрҙе хәтерләтеп ҡарағайға атҡан уғым ҡалды. Мөмкинлектән файҙаланып, гәзит аша Сибай ҡалаһының күп профилле һөнәри колледжы директоры Лундеж Хәлит улы Байморатовҡа рәхмәтемде еткергем килә. Ул колледжда уҡтан атыусылар өсөн бына тигән тир яһатып ҡуйҙы, спорт кәрәк-яраҡтары, атап әйткәндә уҡ, ян, сәптәр һатып алып бирҙе, аҡсаһын, транспортын табып, ярыштарға ебәреп тора. Шуға ла һуңғы йылдарҙа Сибайҙа уҡтан атыу спорт төрө булараҡ билдәлелек яулай.
Фәрит Әхмәров.