Быйыл марафон ярыштарына старт 22 апрель көнө Сибай ҡалаһында бирелгәйне. Артабан ул Октябрьский, Благовещенск, Өфө ҡалаларында дауам итте. Марафон миҙгелен япҡан һуңғы ярыштар Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы Ҡаҙанда үтте.
Был марафонда Сибайҙан мин, ҡатыным Гөлсинә Йыһаншина һәм Баймаҡ районы Аҡморон ауылынан хеҙмәт ветераны Алһыу Байегетова ҡатнаштыҡ. Татарстандың баш ҡалаһы беҙҙе матурлығы, төҙөклөгө, таҙалығы менән хушыбыҙҙы алды. Ҡунаҡханала бер төн ҡунғандан һуң, беҙ 6 октябрҙә «Ҡаҙан-Арена» футбол стадионында теркәлеү үттек. Был стадионда быйыл футбол буйынса донъя чемпионаты үтте. Ойоштороу комитеты беҙгә матур итеп биҙәлгән футболка, номер һәм хронометраж чипы тапшырҙы.
Ярыш иртәнге сәғәттә үрҙә әйтеп үтелгән стадиондан башланды. Йүгереү трассаһы Ҡаҙан йылғаһы буйлап үтте. Ярышта мин—10, Алһыу 21,1 саҡрымға йүгерҙек. Был ярышта 2954 кеше ҡатнашты. Мин ун саҡрым дистанцияны еңел генә, күтәренке күңел менән үттем. Был дистанцияға йүгереүселәр төрлө йәш категорияларына бүленмәне, шуға ла приздар абсолют беренселеккә генә бирелде. Әлбиттә, финишҡа килеп еткән һәр йүгереүсегә иҫтәлекле миҙалдар тапшырылды. Алһыу Байегетова ярым марафонды 56-60 йәштәгеләр араһында өсөнсө булып үтте һәм миҙал, Маҡтау грамотаһы һәм ҡиммәтле приз менән бүләкләнде.
Ҡаҙан ярым марафонында 1 һәм 3 саҡрымға йүгереүселәр араһында төрлө ярыштар ҙа булды. Мәҫәлән, өс саҡрымға түбәтәй кейеп ярыштылар, ә 1 һәм 3 саҡрымға ярыштар бәләкәй балалар, журналистар, волонтерҙар араһында айырым үтте. Шулай итеп, Ҡаҙанда үткән миҙгелде ябыу марафоны мәңге хәтерҙә ҡалырлыҡ булып күңелгә һеңеп ҡалды.
Ярыштар бөткәс беҙ Ҡаҙан буйлап экскурсия яһаныҡ. Иң тәүҙә Ҡаҙан Кремленә, шунан Ҡол-Шәриф мәсетенә барҙыҡ. Метрола йөрөнөк. Ҡаҙан метроһы матур итеп йыһазландырылған, бында ете станция бар.
Бына шулай йүгереү миҙгелен ябып, илһамдар алып, дәртләнеп ҡайтып төштөк тыуған яғыбыҙға.
Һүрәттә: Ҡаҙанда марафон алдынан.