Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Октябрь 2018, 16:33

СКА-ны тағы еңдек

18-ендә «Салауат Юлаев» Ҡаҙанда «Аҡ Барыҫ» менән сәкәләште. Сентябрҙә юлаевсылар үҙ боҙонда унан еңелгәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлы ла бәхет беҙгә йылмайманы. Өфөләрҙән Антон Бурдасов иҫәпте асыуы булды, хужалар уны тигеҙләп тә ҡуйҙы. Артабан «Аҡ Барыҫ» уйынсылары, бер-бер артлы йәнә ике шайба индереп, уңышты нығытты. Ҡапҡасыбыҙ Йоха Метсоланы Андрей Кареев алмаштырҙы, көрәш ҡыҙҙы, әммә иҫәп башҡаса үҙгәрмәне: 1:3. Еңелдек.

22 октябрҙә юлаевсылар үҙ боҙонда «Авангард» уйынсыларынан өҫтәлмә ваҡытта футбол иҫәбенә еңелде: 0:1. Еңелеүгә ҡарамаҫтан, был уйында иң шәп уйынсы тип юлаевсыларҙың голкиперы Йоха Метсола танылды. Ул үҙ ҡапҡаһына ташланған 43 шайбаның 42-һен ҡаҡлыҡтырған.
Ике көн элек «Салауат» Санкт-Петербургтың СКА-һын ҡабул итте. Беренсе уйында юлаевсылар уларҙы 4:1 иҫәбенә ҡыйратҡайны. Был юлы ла уңыш яҡташтарыбыҙға йылмайҙы. Еңеү голын уйын тамамланырға 20 секунд ҡалғанда Теему Хартикайнен индерҙе. 2:1.