Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Октябрь 2018, 17:28

Ауыр уйындар

«Салауат Юлаев» хоккей клубы һуңғы уйындарын ут күршеләр менән үткәрҙе. 11 октябрҙә ул үҙ майҙанында Силәбенең «Трактор»ын 5:0 иҫәбенә ҡыйратты. Сентябрь аҙағында үткән беренсе осрашыу ҙа шул уҡ иҫәпкә тамамланғайны.

«Салауат Юлаев» хоккей клубы һуңғы уйындарын ут күршеләр менән үткәрҙе. 11 октябрҙә ул үҙ майҙанында Силәбенең «Трактор»ын 5:0 иҫәбенә ҡыйратты. Сентябрь аҙағында үткән беренсе осрашыу ҙа шул уҡ иҫәпкә тамамланғайны.
Көнсығыш конференция лидеры, әлегә бер тапҡыр ҙа еңелмәгән «Автомобилист» менән уйынды хужаларҙың беренсе осорҙа индергән берҙән-бер голы хәл итте. Юлаевсылар күпме тырышһа ла яуап голы индерә алманы. Уйын бөткәндән һуң биргән интервьюһында «Автомобилист»ың баш тренеры осрашыуҙың «иң көсөргәнешлеһе» булыуын таныны.
Магнитогорскиҙа «Металлург» менән осрашыу юлаевсыларҙың көслө һөжүме менән башланды. Һөҙөмтәһе лә оҙаҡ көттөрмәне. Беренсе осор яртыһына яҡынлашҡанда Кадейкин хужаларҙың ҡапҡасыһы Кошечкин менән йөҙгә-йөҙ осрашты һәм беренсе гол индерҙе. Тик шатлыҡ оҙаҡҡа барманы: осор аҙағына хужалар иҫәпте тигеҙләп тә ҡуйҙы. 1:1.Ҡалған ике осорҙа хужалар оҫтараҡ уйнаны, ләкин уйын аҙағына тиклем иҫәп үҙгәрмәне.
Өҫтәлмә ваҡытта бәхет юлаевсыларға йылмайҙы. Ваҡыт үтеүгә бер нисә секунд ҡына ҡалғанда беҙҙең легионер Ларсен Кошечкин ҡапҡаһы артында ҡыҙыл ут тоҡандырыуға иреште.
Әйткәндәй, юлаевсылар быйыл барыһы өс тапҡыр овертаймға сыҡты һәм өсөһөндә лә еңеүгә иреште.
Фәрит Әхмәров.