Өс көн элек «Салауат Юлаев» хоккей клубы иң көслө, иң сәмле дәғүәселәребеҙҙең береһен—Омскиҙың «Авангард»ын ҡабул итте. Хәйер, Омскиҙыҡы тип әйтһәм бик үк дөрөҫ булмаҫ. КХЛ-дың сираттағы миҙгеле башланыр алдынан ғына Омскиҙың боҙ аренаһын хоккей уйындары өсөн хәүефле тип таптылар һәм унда уйнауҙы ҡәтғи тыйҙылар. «Авангард»ҡа яңы «фатир» эҙләргә тура килде. Омскиҙыҡы һаналһа ла хәҙер ул Мәскәү аҫтындағы Балашиха ҡалаһында теркәлгән. Шуға күрә Өфөләге уйын барышында «Балашиха! Ҙур хоккейға әйләнеп ҡайтыуың менән!» тигән яҙыуҙар ҙа күренеп ҡалды.
Һүҙ ҙә юҡ, үҙ аренаңдан «ситтә» уйнау был командаға ниндәйҙер ҡыйынлыҡтар, ҡаршылыҡтар килтермәй ҡалмайҙыр. Мәҫәлән, үҙ көйәрмәндәрең алдында сығыш яһай алмайһың. Шулай ҙа «Авангард» бирешмәй. Хәҙергә ул көнсығыш конференцияла Екатеринбургтың «Автомобилис»ынан ғына ҡалып икенсе урында бара.
Ике көслө команда араһындағы был осрашыу «салауаттарса» башланды. Уйын беренсе осорҙоң яртыһын ашаҡлап үтеүгә түҙемһеҙлек менән көтөп ултырған тәүге голды ҡунаҡтар ҡапҡаһына Кугрышев индерҙе. Теүәл өс минут үтеүгә шул уҡ Кугрышев беҙҙе тағы бер ҡыуандырҙы. Тағы 45 секундтан Вячеслав Со-лодухин индергән өсөнсө гол ҡунаҡтарҙы бөтөнләй аптырауға төшөрҙө. Шул ваҡытта «Авангард» клубы баш тренерының күҙҙәрен күрһәгеҙ!
Беренсе осор шулай 3:0 иҫәбенә тамамланды.
Икенсе осорға «Салауат» урынына икенсе команда сыҡтымы ни! Беҙҙекеләр, әллә ҡыуаныстан, әллә икенсе сәбәптән, бик күп яңылыша башланы. Штраф минуттары китте. Григорий Панин бер осорҙа ике (6 минут!) ултырып сыҡты. Григорийҙың үҙенә һәм, әлбиттә, тренерҙарға уның тәртибе тураһында уйла-нырға ваҡыт еткәндер инде. Уйын һайын «ял итмәй» ҡалмай бит. Бер генә түгел, ике, өс тапҡыр ултырып сыға. Файҙаһынан зыяны күберәк түгелме? Бына был уйында ла бер гол уның «иҫәбендә». Бө-тә уйын беҙҙең ҡапҡа төбөндә тип әйтерлек үтте. Ҡунаҡтар беҙҙең ҡапҡаға 27 тапҡыр һуҡҡан, ә юлаевсылар...ноль. Ҡапҡала Йоха Метсола түгел, икенсе берәү торһа иҫәптең нисәгә етәрен күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел. Әлдә шул ҡапҡасыбыҙ бар!
Икенсе осор ҡунаҡтар файҙаһына 0:2 иҫәбе менән тамамланды. 3:2! Ҡурҡыныс, бик ҡурҡыныс хәл. Әле бит алда теп-теүәл бер осор. 3:0 менән еңеп барып ошо хәлгә ҡалсы әле!
Өсөнсө осорҙа, артыҡ ырата алмаһалар ҙа, беҙҙекеләр ҡунаҡтарға ҡаршы торорға көс таба алды. Иҫәп үҙгәрмәне. 3:2.
Әммә күңелдә шатлыҡтың әҫәре лә юҡ ине. Былай уйнарға ярамай! «Салауат» түгел, Йоха Метсола еңде. Ул булмаһа-а-а...
Октябрҙә «Салауат» алдында бик ҙур һынауҙар тора. Уға көнсығыш конференция лидеры, әле бер уйында ла еңелмәгән «Автомобилист», ут күрше «Аҡ Барыҫ», Магнитогорскиҙың «Металлург»ы, Санкт Петербургтың СКА-һы һәм шул уҡ «Авангард» менән тағы бер ауыр уйын уйнайһы бар. Былай уйнаһаҡ... ырата алырбыҙмы икән?