Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Сентябрь 2018, 16:38

«Торпедо»ны ҡолаттыҡ...

12 сентябрҙә «Салауат Юлаев» хоккей командаһы Түбәнге Новгородтың «Торпедо»һын ҡабул итте. Әйткәндәй, был уйын «Салауат»тың быйылғы миҙгелдә үҙ майҙанында үҙ көйәрмәндәре алдында тотҡан тәүге һынауы булды.

12 сентябрҙә «Салауат Юлаев» хоккей командаһы Түбәнге Новгородтың «Торпедо»һын ҡабул итте. Әйткәндәй, был уйын «Салауат»тың быйылғы миҙгелдә үҙ майҙанында үҙ көйәрмәндәре алдында тотҡан тәүге һынауы булды.
Беренсе осорҙа беҙҙең ҡапҡа төбөндә «терт» итеп ҡалырлыҡ минуттар булғыланы, шулай ҙа бер кем дә шайба индерә алманы.
Икенсе осорҙа юлаевсыларҙы алыштырҙылармы ни! Боҙға бөтөнләй икенсе команда сыҡҡан тип әйтерһең. Иҫәпте дүртенсе минутта беҙҙең Вячеслав Солодухин асты. Терещенконы штраф эскәмйәһенә ултыртып, юлаевсылар әҙселектә уйнағанда ла бер-ике «ялҡынлы» мәл булып алды, ләкин ҡунаҡтарҙың ҡапҡасыһы Fәлимов уяу булып сыҡты—иҫәп үҙгәрмәне. Әммә яҡташтарыбыҙ барыбер ҡуйманы: 15-се минутта Солодухин икенсегә гол индереп иҫәпте 2:0 итте. Тағы бер минуттан Дмитрий Кургышев ҡунаҡтар ҡапҡаһына 3-сө шайбаны ырғытты.
Өсөнсө осор башланыу менән беҙҙең Хартикайнен 4-се гол индерҙе. Яратҡан уйынсыбыҙҙың беренсе голы тип иртә ҡыуанғанбыҙ икән—терһәк менән индерҙе тип һанаманылар. Һин индермәһәң, дәғүәсең индерә тигән закон был юлы ла дөрөҫлөгөн раҫланы: шул арала ҡунаҡтар иҫәптәрен асып та өлгөрҙө. 3:1. Шунан китте мәхшәр! Ҡунаҡтарҙың Сергиенкоһын, бер нисә секундтан беҙҙең Ларсенды «ял» итергә ебәрҙеләр. Дүрткә-дүрт уйнағанда Бурдасов еңел генә гол индереп иҫәпте 4:1 яһаны. Ҡыуанып, тын алырға ла өлгөрмәнек, енләнгән ҡунаҡтар Кареев ҡап-ҡаһына 2-се шайбаһын ырғытты. Уйын тамамланырға ике минут ҡалғанда «Торпедо»ның тренерҙары ҡапҡасыларын алып 6-сы уйынсыһын сығарҙы. Шул арала беҙҙең уйынсы Осиповты штраф эскәмйәһенә ултырттылар. Юлаевсылар уйын аҙағына тиклем алты кешегә ҡаршы дүртәүләп уйнарға мәжбүр булды. Шул осорҙа Кареев ҡапҡаһына тағы бер гол инде. 4:3!
Шулай... 4:1 иҫәбе менән еңеп барып, саҡ еңелмәй ҡалдыҡ.
Биш уйындан һуң 8 мәрәй менән «Салауат» алдынғылар рәтендә бара. Бөгөн кис ул үҙ майҙанында Казандың «Аҡ Барыҫ»ы менән көс һынаша.
Фәрит Әхмәров.
Әйткәндәй, киләһе йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылған көйәрмәндәргә редакция «Салауат Юлаев» хоккей командаһының 2018-2019 миҙгелгә уйын календарын бүләк итә.