АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Сентябрь 2018, 16:25

Хоккей башланды!

1 сентябрҙә яңы уҡыу йылы ғына түгел, Континенталь хоккей лигаһының сираттағы миҙгеле лә башланды. Турнирҙы асыу матчында былтырғы Гагарин кубогы финалсылары «Аҡ Барыҫ» менән СКА осрашты. Чемпион 1:6 иҫәбенә еңелде.

1 сентябрҙә яңы уҡыу йылы ғына түгел, Континенталь хоккей лигаһының сираттағы миҙгеле лә башланды. Турнирҙы асыу матчында былтырғы Гагарин кубогы финалсылары «Аҡ Барыҫ» менән СКА осрашты. Чемпион 1:6 иҫәбенә еңелде.
Иртәгәһенә башҡа командалар старт алды. «Салауат Юлаев» Мәскәүҙә «Динамо» менән уйнаны. Әйткәндәй, уйын хәйерһеҙ башланды. Беренсе осорҙа ҡапҡаға ингән шайбалар булмаһа ла, икенсеһендә хужалар 2:0 иҫәбе менән алға сыҡты. Бынан һуң ике яҡ та егерме минут тиерлек бер гол да индерә алманы. Матч шулай тамамланыр кеүек ине, ләкин яҡташтарыбыҙҙың ике тапҡыр күпселектә уйнауы ярҙам итте. Финал сиренаһына 6 минут ҡалғанда юлаевсылар—тәүге, йәнә дүрт минуттан икенсе шайбаһын керетте. Иҫәп тигеҙ! Хәҙер овертайм! Өҫтәмә ваҡытта бәхет беҙгә йылмайҙы: Артем Сергеевтың шайбаһы беҙгә еңеү килтерҙе—2:3.
Шуныһы ҡыуаныслы: Башҡортостан командаһының уйынын «Ҡурай» телеканалы беренсе тапҡыр башҡорт телендә яҡтыртты. Комментаторҙар Фәрүәз Рафиҡов менән Рәмил Урманшин маҡтауға лайыҡ. Афарин, егеттәр!
4 сентябрҙә «Салауат Юлаев» Вологда өлкәһенең Череповец ҡалаһында «Северсталь» менән осрашты. «Северсталь» «Салауат» өсөн «уңайһыҙ» команда. Уларҙың уйыны гел бик көсөргәнешле үтә. Быныһы ла шулай булып сыҡты.
Юлаевсылар етеҙерәк уйнаған кеүек булһа ла, беренсе голды 3-сө минутта уҡ хужалар индерҙе. Шулай ҙа яҡташтарыбыҙ хужалар алдында баҙап ҡалма-ны: тәүҙә Александр Кадейкин, шунан Максим Майоров менән Дмитрий Кубрышев берәр шайба ырғытып көйәрмәндәрен ҡыуандырҙы. Беренсе осор 1:3 иҫәбенә тамамланды.
Икенсе осор хужаларҙың тулы өҫтөнлөгөндә үтте. Уйын күберәк хужалар ҡапҡаһы төбөндә барһа ла, юлаевсылар бер ни ҙә эшләй алманы. Ә бына хужалар беҙҙең ҡапҡаға ике шайба ырғытырға өлгөрҙө. 3:3.
Өсөнсө осор башында уҡ ҡорос иретеүселәр дүртенсе шайбаны сәпәгәс, күңел һүрелә биреңкерәп ҡуйғайны. Булһа була бит бәхет! Уйын тамамланыуға 24 секунд ҡалғанда беҙҙең Антон Бурдасов хужалар ҡапҡаһына дүртенсе шайбаны ырғытмаһынмы! Хәҙер—4:4. Иҫәп тигеҙ. Тағы овертайм.
Өҫтәлмә осорҙа уйын бик көсөргәнешле барҙы. Аңлашылып тора—кемдең еңелгеһе килһен? Тәүҙә беҙҙең Арзамасцевты штраф эскәмйәһенә ултырттылар, шунан—хужаларҙыҡын... Дүрт уйынсыға ҡаршы өсәүләп уйнап ҡара! Етмәһә овертаймда! Юлаевсылар имен ҡотолдо. Ә бына хужалар... ҡотола алманы. 4:5.
«Салауат» ике уйында дүрт мәрәй йыйҙы. Кисә ул Ярославлдә «Локоматив»ҡа ҡаршы уйнаны. 8 сентябрҙә Санкт-Петербургта былтырғы чемпион менән көс һынашасаҡ.