Башҡортостанда ярым марафондар уҙғарылыу дауам итә. Йүгереү буйынса 5 ярышты үҙ эсенә алған сараның беренсе этабы Сибайҙа апрелдә үтте. Икенсе ярыш Өфөлә булһа, 3-сөһө күптән түгел Октябрьский ҡалаһында ойошторолдо.
Ҙур спорт байрамында Рәсәйҙең 15 өлкәһе һәм 70 ҡала-һынан 800-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Урал аръяғы намыҫын унда 4 кеше яҡланы. Сибайҙың «Батыр» һаҡ бүлеге йәмғиәте һаҡсыһы Дамир Хәсәнов 45-54 йәшлек спортсылар араһында 21 саҡрымға йүгерҙе һәм 3-сө урын яуланы. 50 йәштән ололар категорияһында йүгереүсе спорт ветераны Айрат Йыһаншин 10 саҡрымлыҡ дистанцияла көсөн һынап ҡарап, 6-сы килде. Сибай педагогия колледжын тамамлаусы Әбйәлил районының Туйыш ауылы ҡыҙы Раушания Fәлина абсолют ярышта ҡатнашып, финишҡа 3-сө килде. Баймаҡ районының Аҡморон ауылынан мәғариф һәм спорт ветераны Алһыу Баййегетова ла 3-сө урынды яуланы. Ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла миҙалдар бирелһә, призерҙарға аҡсалата премия һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Әлеге көндә Дамир Хәсәнов менән абсолют йүгерек Раушания Fәлина 14 июлдә Благовещенск ҡалаһында уҙасаҡ сираттағы ярым марафонға етди әҙерләнә. Әйткәндәй, Раушания Силәбе физкультура институтына уҡырға инергә ниәтләнә. 2 сентябрҙә Өфөлә уҙасаҡ быйылғы иң һуңғы спорт байрамына беҙ, йәғни мин, Д.Хәсәнов, Р.Fәлина, А.Баййегетова, тулы составта барасаҡбыҙ.
Һүрәттә: Д.Хәсәнов һәм Р.Fәлина.