Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Март 2018, 12:18

ОЛИМПИАДАҒА ТОРОШЛО УЙЫН

Уйын тамамланғас сәғәткә яҡын иҫемә килә алмай йөрөнөм. Нимә булды был? Гагарин Кубогына финал уйынымы әллә?! Үәт исмаһам уйын!

Уйын тамамланғас сәғәткә яҡын иҫемә килә алмай йөрөнөм. Нимә булды был? Гагарин Кубогына финал уйынымы әллә?! Үәт исмаһам уйын!
Плей-офф уйындарының тәүге раундында «Салауат Юлаев»тың дәғүәсеһе «Авангард» булыр тип берәү ҙә уйламағайны шикелле. Әммә Омск командаһы даими чемпионаттың иң аҙаҡҡы уйынында һуңғы минутта гол индереп, был хоҡуҡҡа эйә булды. Ләкин плей-оффта көсһөҙ команда булмай, иң мөсһөҙ һаналғандары ла яурынын киреп, арҡаһын турайта. Шулай булып сыҡты ла... Өфөләге иң тәүге уйында уҡ ҡунаҡтар характерын күрһәтте. Беҙҙекеләрҙең 3:0 менән еңеп барыуҙарымы ни... Йыш ҡына ирешелгән һөҙөмтәне нығыта алмауҙары күптән билдәле. Ысынлап та, өсөнсө осор аҙағына иҫәп тигеҙ ине—4:4. Яҡташтарыбыҙҙың тағы ике шайба индереүенә ҡыуанырға ярамай—Омск хокккейсылары аҙсылыҡта уйнаны. Шулай ҙа еңеү беҙҙең яҡта булды—6:4.
Өфөләге икенсе осрашыу хәл-торошто асыҡлар кеүек ине. Эйе, асыҡланы. Тик беҙҙең файҙаға түгел. Ҡунаҡтар командабыҙҙы 7:2 иҫәбенә ҡыйратты. Омскиҙағы өсөнсө уйында ла «Салауат» еңелде. Тәртип боҙоп күп штраф алыу һәм күпселектә насар уйнау шул хәлгә төшөрҙө. Ҡапҡа һағына беҙ һүгеп туя алмаған Скривенс сыҡҡас хәл бер аҙ үҙгәргәндәй булды: канадалы беҙҙең ҡапҡасыларға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ тора икән дә баһа! Өфөлә үткән бишенсе уйындан һуң «юлаевсылар» алға сыҡты—өс еңеү. Дөрөҫөн әйткәндә, Омскиҙағы алтынсы уйында уҡ «Салауат» был оҙонға һуҙылған көрәшкә нөктә ҡуя ала ине. Тик ҡуйманы. Теләктәре лә булманы шикелле. Сит ил уйынсылары Линус Умарк, Теему Хартикайнен, Йонас Кемппайнендан башҡа тырышҡан уйынсы ла булманы кеүек. Башҡалар нәмә? Оҫталыҡ етешмәйме? Әллә уйнағылары килмәйме?
Һуңғы, етенсе, уйынға ҡунаҡтарҙың еңеү, тик еңеү өсөн генә сыҡҡаны тәүге секундтан уҡ билдәле булды. Күршеләр беҙҙең уйынсыларға күҙ асырға ла ирек бирмәй. «Юлаевсылар»ҙы улар янында өйрәнсек малайҙарға ла оҡшатып ҡуйҙым хатта. Теләк булһа, уңыш килмәй ҡалмай инде ул. Бына ҡунаҡтар шайба индереп тә ҡуйҙы. Ярай, Скривенсыбыҙ шәп. Ул тормай, Киреев йәки Налимов торһа, иҫәп күптән әҙәм күргеһеҙгә әйләнер ине. Икенсе осорҙа, ҡунаҡтар арынымы, уйын тигеҙләште. Шунан файҙаланып, Бурдасов иҫәпте тигеҙләне. Хартикайнен беҙҙе алға сығарҙы. Уйын тамамланырға ике минут ҡына ҡалды, беҙгә нисек тә ошо ике минутта түҙергә кәрәк. «Авангард»тар ҡапҡасыһын алып алтынсы уйынсыһын сығара. Шул минутта беҙҙең Хартикайненды штраф эскәмйәһенә ултырталар. Бер минуттан— Панинды. Алтауға ҡаршы өсәү. Һәм... гол.2:2.
Еңеүсе дүртенсе өҫтәлмә осорҙа билдәле булды. Беҙҙең һаҡсы Максим Гончаров көтмәгәндә ҡунаҡтарҙың ҡапҡаһына беҙ түҙемһеҙлек менән көткән шайбаны ырғытты. Ауыр, шул тиклем ауыр еңеү. Шулай итеп, «Салауат» плей-оффта уйынын дауам итә. Бөгөн ул Силәбенең «Трактор»ы менән тәүге уйынын уйнай. Уңыштар һиңә, «Салауат».
Фәрит Аралбай.