Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Февраль 2018, 12:43

КИСЕҮҘӘ АТ АЛЫШТЫРЫУ ХӘЙЕРЛЕМЕ?

КХЛ-да хәл иткес уйындарҙың иң ҡыҙған мәлендә «Салауат Юлаев» хоккей клубында көйәрмәндәрҙе аптыратырлыҡ бер юлы ике ваҡиға теркәлде. Тәүгеһе—команда составына бөтә илгә билдәле бер нисә оҫта хоккейсыны ҡабул итеп алыу, икенсеһе—ошо килешеүҙе тормошҡа ашырған генераль менеджер Леонид Вайсфельдты эштән бушатыу.

КХЛ-да хәл иткес уйындарҙың иң ҡыҙған мәлендә «Салауат Юлаев» хоккей клубында көйәрмәндәрҙе аптыратырлыҡ бер юлы ике ваҡиға теркәлде. Тәүгеһе—команда составына бөтә илгә билдәле бер нисә оҫта хоккейсыны ҡабул итеп алыу, икенсеһе—ошо килешеүҙе тормошҡа ашырған генераль менеджер Леонид Вайсфельдты эштән бушатыу.
Эксперттар фекеренсә, был ике ваҡиғаны бер-береһе менән бәйләргә ярамай икән. Владивостоктағы «Адмирал» хоккейсыларының Өфөгә күсеүе Алыҫ Көнсығыш клубының бурыстарының саманан тыш артып китеүе менән аңлатыла. Клубтың яңы етәкселеге уйынсыларын һатыуға ҡуйырға мәжбүр була. Финанс ресурсы ышаныслы «Салауат Юлаев»ҡа уйынсыларҙы күмәртәләп һатып алыу мөмкинлеге тыуа. Һөжүм итеүселәр Владимир Ткачев менән Дмитрий Саюстов, һаҡсы Оскарс Бартулис һәм ҡапҡасы Иван Налимовтың «юлаевсылар» дружинаһына килеп эләгеү «тарихы» шулай. Өҫтәмә көс алып ҡанатланған «юлаевсылар» һуңғы ун уйында төп ваҡытта тик бер тапҡыр ғына еңелделәр һәм Көнсығыш конференцияла 2-се урынға күтәрелә алдылар.
«Юлаевсылар»ҙың ошо юғары кимәлгә күтәрелеүе булды, команда етәкселеге клубта 2015 йылдан бирле генераль менеджер булып эшләгән Леонид Вайсфельдты отставкаға ебәрҙе. Леонид Вайсфельд үҙен эштән ебәрерҙәрен алдан белмәүен йәшермәне: «Иртән эшкә килһәм, миңә эштән китергә тәҡдим иттеләр. Клубтың үҫеш йүнәлеше үҙгәрә, тинеләр. Контракт буйынса минең тағы ла бер йылым бар, шулай ҙа эштән китеү тураһындағы документты ике яҡтың да килешеүе буйынса тип төҙөнөк».
Был ваҡиғаның сәбәбе һуңыраҡ билдәле булды. Республика етәкселеге аңлатыуынса, хоккей ойошмаһының ҡайһы бер эш принциптары үҙгәртелгән икән, айырып әйткәндә, клуб менән идара итеү системаһы үтә ҡатмарлы һәм ҡиммәт булғаны өсөн генераль менеджер вазифаһы ҡыҫҡартылған.
Бында шәхси мәсьәләнең бер ҡыҫылышы ла юҡ, етәкселектәге артыҡ, кәрәкмәгән звено ғына алып ташлана, тиһәләр ҙә, «Салауат Юлаев» аҫҡы баҫҡыстарҙа тапанған осорҙа уҡ көйәрмәндәр яғынан генераль менеджерҙы сығарыуҙы талап иткән хаттар булған, икән.
Хәҙер Олимпиада уйындары айҡанлы КХЛ-да тәнәфес осоро. «Юлаевсылар» турнир таблицаһында ярайһы ғына юғары урынға күтәрелде. Генераль менеджерҙы эштән ебәреү тренерҙар штабының эшенә йоғонто яһамаҫ, тип һанайҙар клубта.
Фәрит Әхмәров.