Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Февраль 2018, 11:28

ЕЛДӘЙ ЕЛЕП

Саңғы ярышына Хоҙай Тәғәлә үҙе фатиха биргәндер, тием. Бирмәһә, ярыш алдынан ғына, бер төн эсендә, әллә ҡасан яуып, ҡап-ҡара боҙға әйләнеп бөткән ер өҫтөнә мамыҡтай йомшаҡ, ап-аҡ ҡар яуҙырып һалмаҫ ине. Байрам булғас, байрамса булһын, тинеме икән?

Саңғы ярышына Хоҙай Тәғәлә үҙе фатиха биргәндер, тием. Бирмәһә, ярыш алдынан ғына, бер төн эсендә, әллә ҡасан яуып, ҡап-ҡара боҙға әйләнеп бөткән ер өҫтөнә мамыҡтай йомшаҡ, ап-аҡ ҡар яуҙырып һалмаҫ ине. Байрам булғас, байрамса булһын, тинеме икән?
Ҡар яуып, буранлаңҡырап тор-ғас, ярышҡа килеүселәр булырмы икән, тип борсола биреңкерәп тә ҡуйғайным. Ярыш үтәсәк М.Fа-фури исемендәге паркка яҡынлаһам, Балалар ижад үҙәге алдындағы майҙан саңғы тотҡан халыҡ менән шығырым тулы. Әйтерһең, Ҡышҡы олимпиада Көньяҡ Кореяның Пхенчханында түгел, Сибайҙа асылған.
Ярыш саңғысыларҙың йәшенә, һаулығына ҡарап 9 категорияға бүлеп үткәрелде. Сибай ҡала хәкимиәтенең физкультура һәм спорт комитеты рәйесе Фәнил Әминев артынан эйәреп өлгөрөп булмай: бер төркөмгә старт бирһә, икенсеһен, ҡеүәтләп, финиш һыҙығы янында ҡаршы ала, өсөнсөһөнә, ҡотлап, приздар тапшыра. Шул арала кемгәлер кәңәш бирә, кемделер уңышы менән ҡотлап өлгөрә.
«Саңғы ярышында быйыл 538 кеше ҡатнашты,—тинеләр бәйге һуңынан спорт комитетында.—Сибай ҡалаһынан тыш Баймаҡ ҡалаһынан, Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарынан автобус-автобус кеше килде. Ярышта ҡатнашҡан иң өлкән саңғысы Таракин Геннадийға—73, иң йәше—«Тирмәкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсе Ҡотлоәхмәтова Раидаға 4 йәш. 9-сы лицейҙан 40 уҡыусы килде».
Күптәр ял көнөндә матур байрам бүләк иткән ойоштороусы-ларға рәхмәттәр әйтеп таралышҡандыр тип уйлайым.
Фәрит Әхмәров.