«Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсылары һуңғы 10 уйынды ситтә үткәрҙе. Көйәрмәндәрҙең күбеһе был уйындарҙан ҡәнәғәт ҡалмағандыр, тим. Көнсығыш конференция лидеры «Аҡ Барыҫ»тан (2:1) еңелеүен аңларға була. Ә бына иң артта һөйрәлгән «Югра», Риганың «Динамо»һы, Түбәнге Новгород тың «Торпедо»һы һәм «Северстал»де өҫтәлмә ваҡыттарҙа йәки буллитта ғына еңеп, берәр мәрәй бүләк итеүен бер нисек тә кисереп булмай.
Шаршамбы көн «Салауат» үҙ майҙанында Мәскәүҙең «Витяз»ен ҡабул итте. Уйын яҡташтарыбыҙ файҙаһына 4:1 иҫәбенә тамамланһа ла һорауҙар бик күп. Улар: уйын башында иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында беренсе осорҙа бер юлы бер нисә шайба индереүгә юл ҡуйыу һәм шунан ҡыуып етә алмай ҡаҡшау, аҡланмаған штраф минуттары, уйынды тамамлай белмәү. Инде еңде тип ҡыуанып ҡарап ултырғанда һуңғы секундтарҙа гол индереп күпме һемәйтте «Салауат» үҙ көйәрмәндәрен!
Әлбиттә, ай буйы ситтә уйнау еңел булмағандыр, әммә кем беҙҙең юлға ҡыҙыл келәм йәйеп ҡуйырға вәғәҙә биргән?! Шулай булғас, ҡалған уйындарҙа, теште ҡыҫып, йәнтәслим көрәшергә генә ҡала.