Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Ноябрь 2017, 11:45

ЕҢЕҮ КӨТКӘЙНЕК ТӘ...

Тағы һемәйҙек. Ә күпме көткән булдыҡ «Салауат»тың «Аҡ Барыҫ» менән быйылғы тәүге уйынын. Кемде-кемде, ҡазандарҙы еңергә тейеш, сөнки был беҙҙең өсөн принципиаль уйын, тип уйланыҡ.

Тағы һемәйҙек. Ә күпме көткән булдыҡ «Салауат»тың «Аҡ Барыҫ» менән быйылғы тәүге уйынын. Кемде-кемде, ҡазандарҙы еңергә тейеш, сөнки был беҙҙең өсөн принципиаль уйын, тип уйланыҡ.
Уйын һәйбәт кенә башланған кеүек булғайны ла ул. Беренсе осорҙа уйын тигеҙ генә барҙы. Юлаевсылар Эмиль Fариповтың ҡапҡаһы төбөндә бер нисә тапҡыр өймәлешеп тә алды. Шулай ҡапҡаға йышыраҡ һуҡһалар, шайба инер кеүек ине. Инде. Ҡунаҡтар ҡапҡаһына түгел, беҙҙекенә. Беренсе осор тамамланырға 2 минут ярым ғына ҡалғанда беҙҙең билдәле ҡапҡасы Бен Скривенс ҡунаҡтарҙың бер уйынсыһын аяҡ салып йыҡты. Ҡапҡасыны штраф эскәмйәһенә ултыртып булмай бит инде, уның урынына капитан Умарк «ялға» китте. Һөҙөмтәһеме? 0:1. Владимир Ткачев ундай мөмкинлекте файҙаланмай ҡаламы ни инде. Шулайтып, беренсе штраф уҡ ҡунаҡтар кәрзиненә бер шайба булып инеп ятты. КХЛ комментаторҙары быны Скривенс үҙ ҡапҡаһына үҙе гол индерҙе тип баһаланы. Дөрөҫ инде. Икенсе осорҙа беҙҙекеләр тағы—нисәнсе тапҡыр инде—уйынсыларҙы алмаштырған осорҙа яңылышты. Ике минутлыҡ штраф һәм тағы бер гол. Алдан әйтәйем: был уйында штраф эскәмйәһенә бары ике тапҡыр ғына ултырттылар. Икеһендә лә беҙҙекеләр ял итте. Ҡунаҡтар араһынан тәртип боҙоусылар табылманы. Ошо үҙе генә лә уйланырға бер сәбәп түгелме?
Ике голдан һуң барыһы ла аңлашылды. Трибуналар ҙа тынып ҡалды. Ҡеүәтләү һүҙҙәре урынына һыҙғырыуҙар асығыраҡ яңғырай башланы. Шул арала ҡунаҡтар беҙҙең ҡапҡаға тағы бер шайба ырғытып өлгөрҙө: 0:3. Хәҙер инде еңеү хыялы бөтөнләй һүнде. Исмаһам ҡоро иҫәптән ҡотолорға ине. Бөтә көйәрмәндәр ҙә тик шул теләк менән генә янғандыр тием. Тик ул «бәхет»тә беҙҙе урап үтте. Өсөнсө осорҙа тағы ике шайба индереп ҡунаҡтар хужаларҙы 5:0 иҫәбенә ҡыйратты. Юлаевсылар боҙ майҙанынан баштарын да күтәрергә уңайһыҙланып сығып һыҙҙы.
Уйын һуңынан барыҫлы Лукьянов, еңеү өсөн нәмәләр эшләнегеҙ, тигән һорауға: «Бер нәмә лә эшләмәнек, уйнаныҡ ҡына. «Салауат» йыш хаталанды, беҙ гол индерҙек»,—тип ябай ғына итеп яуап бирҙе. Ә комментаторҙар был уйын «Аҡ Барыҫ» өсөн күнегеү матчы булды, тип шаяртты. Ә мин беҙҙең көйәрмәндәргә һоҡланып ултырҙым: иҫ китерлек бит, «Салауат» иҫәпкә еңелеп бара, һыҙғырһа һыҙғырҙылар, әммә аренаны ташлап китмәнеләр!
Фәрит Әхмәров.