Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Ноябрь 2017, 12:17

АЗАМАТОВТАРҒА—АФАРИН!

Күптән түгел генә беҙгә Сибай ҡалаһында ғаиләләр араһында үткәрелгән «Атай, әсәй һәм мин!» спорт ярышын ҡарарға тура килде. Дәртләндереү плакаты яҙып, һыҙғыртҡыстар алып, ғаиләбеҙ менән көйәрмән булып барҙыҡ.

Күптән түгел генә беҙгә Сибай ҡалаһында ғаиләләр араһында үткәрелгән «Атай, әсәй һәм мин!» спорт ярышын ҡарарға тура килде. Дәртләндереү плакаты яҙып, һыҙғыртҡыстар алып, ғаиләбеҙ менән көйәрмән булып барҙыҡ.
Ярыш Сибай, Ырымбур, Гай, Медногорск ҡалалары комбинаттары, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты һәм «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре араһында үткәрелде. Күренеп тора: ойоштороусылар һәр яҡлап яҡшы әҙерләнгән, алып барыусы егет тә дәртле генә, тамашасыларҙы йырлатты, бейетте, төрлө уйындар үткәрҙе, көлдөрҙө. Кемдең көйәрмәндәре көслөрәк икәнен белеү өсөн беҙҙе ҡысҡыртты ла, һыҙғыртты ла. Барабандың дуңҡылдауы эргәһендә беҙҙең һыҙғыртҡыстың тауышы әллә ни ишетелмәне лә, ләкин бирешмәнек, Бүребайҙан килгән Зөлфирә һәм Илмир Азаматовтарҙы дәртләндереү өсөн барыһын да эшләнек.
Эргәмдә Гай ҡалаһынан килгән ҡатнашыусыларҙың әсәһе ултыра ине. Һүҙҙән-һүҙ сығып әңгәмәләшеп киттек.
—Балаларыма комбинаттан ныҡ ярҙам иттеләр, юл сығымдарына—50 мең, ғаиләне бер иш итеп кейендерергә 18 мең һум аҡса бүленде,—тине.
Етмәһә, дәртләндереп, ҡеүәтләп ултырыу өсөн бер автобус тулы кеше ебәргәндәр. Улар араһында барабан һуғыусыһы ла, башҡалары ла бар ине. Башҡа командаларҙың да ныҡлы әҙерлек менән килгәндәре күренә. Барыһына ла комбинат исеме яҙылған футболка, шорты, аяҡ кейеме, бейсболка һәм хатта ойоҡбаштар бирелгән. Уларға ҡарап, үҙебеҙҙең яҡташтарҙы йәлләп тә ҡуйҙыҡ. Бер тин дә ярҙам күрһәтелмәгән. Шулай ҙа улар кәйефен төшөрмәне. Үҙ комбинатының намыҫын лайыҡлы яҡлау өсөн бар көсөн һалды һәм, һөҙөмтлә, өсөнсө урынға сыҡты.
Азаматовтарға киләсәктә лә уңыштар, тормош һынауҙарына һынмай-бөгөлмәй, гел шулай ихлас, дәртле булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.
Гөлсинә Әхмәрова.
Һүрәттә: Азаматовтар ғаиләһе ярыштан һуң.