Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Октябрь 2017, 13:17

"САЛАУАТ" ЕҢЕЛӘ ЛӘ, ЕҢЕЛӘ...

Эй, кәмит команда ла инде «Салауат». Бер ҡараһаң, иң көслө команданы ҡыйратып ташлай, шунан, ике көн үткәс, иң артта һөйрәлгәненән еңелә лә ҡуя.

Эй, кәмит команда ла инде «Салауат». Бер ҡараһаң, иң көслө команданы ҡыйратып ташлай, шунан, ике көн үткәс, иң артта һөйрәлгәненән еңелә лә ҡуя.
Эйе, ут күршеләрҙе ( «Металлург» ) 4:3 иҫәбенә отоп, кәйефтәр күтәрелеп киткәс, артабан да тауҙар аҡтарырбыҙ кеүек ине. Юҡ шул, тәүҙә «Автомобилист»тан (0:4), унан «Трактор»ҙан (2:3) еңелеүҙәр, күктән ергә төшөрҙө. Сиратта—гел беҙгә баш бирмәҫ «Лада». Иҫәпте юлаевсылар асһа ла, төп ваҡытта көс нисбәтен ҡулдан ысҡындырып, овертаймда ғына еңеүгә өлгәшә алдылар—3:2. Көнсығыш конференцияла иң артта барған «Югра», буллитта еңеп, Өфөнән ике мәрәй алып ҡайтып китте. Шаршамбы Санкт-Петербугтың СКА-һы ҡунаҡҡа килде. «Салауат»тың чемпионат лидерын еңеренә берәү ҙә өмөт итмәгәндер. Ләкин, шул тиклем насар уйын күрһәтер тип көтмәгәйнек, оят булып китте хатта—1:6!
«Авангард» менән көс һынашҡанда, уйынды ҡыҙыу башлап, иҫәпте беренсе булып асҡас, күңел күтәрелә биреп ҡалғайны, тик өҫтөнлөктө аҙаҡҡаса еткерә алманыҡ. Уйын һәр ваҡыт тигәндәй, ҡунаҡтар ҡапҡаһы төбөндә барһа ла, хужалар иҫәпте арттыра алманы. Ә уйында былай: һин индермәйһең икән, һиңә индерәләр. Шулай булып сыҡты ла! Икенсе осор аҙағына Михеев, яуап шайбаһы индереп, иҫәпте тигеҙләп тә ҡуйҙы—1:1. Өсөнсө осорҙа уйын хужаларҙың өҫтөнлөгө менән барһа ла, иҫәп үҙгәрмәне. Аҙаҡтан юлаевсылар ҡапҡасыны алып алтынсы уйынсы сығарҙы, был алым, бәлки ҡайһы берҙә кәрәктер ҙә , ләкин ике осло. Ҡапҡасыбыҙ Кареев боҙҙан сығып та өлгөрмәне—1:3. Тағы еңелдек. Ҡаршы команданы еңелеүҙән ҡапҡасылары Фурх ҡотҡарҙы тинеләр. Бында дөрөҫлөк барҙыр. Фурх—бесәй кеүек йылғыр ҡапҡасы. Ҡайһы яҡтан ғына, нисек кенә һуғып ҡараманылар—барыбер индермәне. Беҙгә лә шундай ҡапҡасы кәрәк тә бит. Ниңәлер «Салауат» ҡапҡасыларҙан уңмай ҙа ҡуя.
«Авангард»тан еңелгәс, клубта бик ҡаты һөйләшеү булған, тиҙәр. Юҡ, баш тренерҙы отставкаға ебәрмәгәндәр, ә капитан Денис Куляштан баш тартҡандар. Хәҙер Денисты берәй клуб үҙенә саҡырмаһа, ул Нефтекаманың «Торос»ы өсөн сығыш яһаясаҡ. Әгәр инде теләмәһә, «Салауат Юлаев» менән хеҙмәт килешеүен өҙә ала. Ысынлап та, 34 йәшлек һаҡсыбыҙ етеҙ һөжүм итеүселәр артынан өлгөрмәй, һөҙөмтәлә уйын һайын штраф ваҡыты ала башланы. Аңлашыла, команданы «йоҡонан уятып» ебәрегә кәрәк. Ләкин был ғына ярҙам итерме? Артабан Новосибирсктың «Себер»ен 3:0 менән еңеү ҙә ниңәлер кәйефте күтәрмәне.
Ошо көндәрҙә юлаевсыларҙың ауыр һәм алыҫ сәфәре башлана: Минск—Санкт-Петербург—Мәскәү—Хельсинки. Барыһы ла көслө командалар. Беҙҙекеләр нисә мәрәй алып ҡайтыр...
Фәрит Әхмәров.
Сибай ҡалаһы.
Читайте нас: