Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Сентябрь 2017, 16:06

БЕҘ НИ ӨСӨН «САЛАУАТ»ТЫ ЯРАТАБЫҘ

«Салауат Юлаев» хоккей командаһы үткән миҙгелдә беҙҙе ҡыуандыра алманы. Бик ҙур ауырлыҡтар менән плей-офф уйындарына үтһә лә, унда үҙҙәрен күрһәтә алманы, тәүге этапта уҡ Ҡазандың «Аҡ Барыҫ»ынан еңелеп Кубок өсөн көрәштән төшөп ҡалды. Спорт клубының баш тренеры Игорь Захаркин эшенән китергә мәжбүр булды.Быйыл 15 августан 18-енә тиклем Өфөлә Башҡортостан Республикаһы кубогына турнир уҙҙы. Унда яҡташтарыбыҙ «Салауат Юлаев» командаһынан тыш Тольяттиҙың «Лада», Түбәнге Каманың «Нефтехимик», Владивостоктың «Адмирал» клубтары ҡатнашты. Бында ла «Салауат» яҡшы уйын күрһәтә алманы. Тәүге көндө өфөләр «Адмирал»ды 4:1 иҫәбенә еңһә лә, иртәгеһенә Татарстан вәкилдәренә буллит буйынса отолдо—2:3. Кубокты «Нефтихимик» алып ҡайтып китте.Август аҙаҡтарында КХЛ-да даими уйындар башланды. Көйәрмәндәргә «эш» артты. Сираттағы хоккей миҙгеле асылды бит. Тулыһынса тип әйтерлек яңырған командабыҙ яҡшы уйын күрһәтә алырмы? Фин тренеры Эркка Вестермунд хоккейсылар күңеленә асҡыс ярата алырмы?«Салауат Юлаев» хоккейсылары бер нисә йыл рәттән ҡапҡасыларҙан уңманы. Никлас Свидбергты иҫкә алыу ғына ла тетрәндергес. Күпме валидол ашатты ул беҙгә!

«Салауат Юлаев» хоккей командаһы үткән миҙгелдә беҙҙе ҡыуандыра алманы. Бик ҙур ауырлыҡтар менән плей-офф уйындарына үтһә лә, унда үҙҙәрен күрһәтә алманы, тәүге этапта уҡ Ҡазандың «Аҡ Барыҫ»ынан еңелеп Кубок өсөн көрәштән төшөп ҡалды. Спорт клубының баш тренеры Игорь Захаркин эшенән китергә мәжбүр булды.
Быйыл 15 августан 18-енә тиклем Өфөлә Башҡортостан Республикаһы кубогына турнир уҙҙы. Унда яҡташтарыбыҙ «Салауат Юлаев» командаһынан тыш Тольяттиҙың «Лада», Түбәнге Каманың «Нефтехимик», Владивостоктың «Адмирал» клубтары ҡатнашты. Бында ла «Салауат» яҡшы уйын күрһәтә алманы. Тәүге көндө өфөләр «Адмирал»ды 4:1 иҫәбенә еңһә лә, иртәгеһенә Татарстан вәкилдәренә буллит буйынса отолдо—2:3. Кубокты «Нефтихимик» алып ҡайтып китте.
Август аҙаҡтарында КХЛ-да даими уйындар башланды. Көйәрмәндәргә «эш» артты. Сираттағы хоккей миҙгеле асылды бит. Тулыһынса тип әйтерлек яңырған командабыҙ яҡшы уйын күрһәтә алырмы? Фин тренеры Эркка Вестермунд хоккейсылар күңеленә асҡыс ярата алырмы?
«Салауат Юлаев» хоккейсылары бер нисә йыл рәттән ҡапҡасыларҙан уңманы. Никлас Свидбергты иҫкә алыу ғына ла тетрәндергес. Күпме валидол ашатты ул беҙгә!
Хәҙерге ҡапҡасы Бен Скривенс арыу ғына уйнай кеүек. Бик ауыр шайбаларҙы ла тота ала. Тик уның да бер алама холҡо бар—шайба менән уйнарға ярата. Риганың «Динамо»һына ҡаршы уйнағанда шулайтып уйын тамамланыр алдынан ғына үҙ ҡапҡаһына шайба индереп ҡуйҙы. Ҡоро иҫәп менән еңеү урынына 2:1 менән ҡәнәғәтләнергә тура килде. Шул уҡ хәл Мәскәүҙең «Спартаг»ы менән уйында ла ҡабатланды. Өсөнсө осор башланып ҡына торғанда алдына килеп сыҡҡан шайбаны эләктереп алып, ҡапҡаһы артына үтте лә, әйләнеп тә ҡарамай, артҡа бирҙе. Ә артында юлаевсылар түгел, «Спартак» уйынсыһы Антон Воронин булып сыҡты. Воронинға ни был «бүләкте» буп-буш ҡапҡаға тығаһы ғына ҡалды. «Кем хаталанмай? Һаҡсылар ҙа, һөжүм итеүселәр ҙә хаталана. Уйнамаған кеше генә хаталанмай. Беҙ ошо хаталарҙы әҙәйтеү өҫтөндә эшләргә тейешбеҙ»,—тип аҡланды Бен уйын аҙағында биргән интервьюһында.
«Спартак»ка ҡаршы уйынды юлаевсылар бик ҡыҙыу башланы. 2:0 менән тамамланған беренсе осор аҙағында ҡунаҡтар ҡапҡасыларын алыштырырға мәжбүр булды. Ләкин икенсе уйынға боҙға бөтөнләй икенсе «Салауат» сыҡты. Алыштырҙылармы ни! Дөрөҫ, быға беҙҙекеләрҙең мәңгелек «ауырыуы»—штрафтар ҙа сәбәпсе булғандыр, тием. Тәүҙә Умарк, шунан Панинды штраф эскәмйәһенә ултырттылар. Юлаевсыларға минут ярым бишәүгә ҡаршы өсәүләп уйнарға тура килде. «Спартак» был «бүләктән» файҙаланмай ҡалманы. Йылғыр Мирнов элекке командалаштарына дуҫтарса «сәләм» тапшырҙы. Шулай итеп, икенсе осор башында уҡ ике шайба индереп, «Салауат»тың үксәһенә баҫа яҙып, уйынға ныҡ көсөргәнешлек биреп ҡуйҙылар—3:2. Осор аҙағында «Салауат» көйәрмәндәренә еңел һулыш алырға ярҙам итте—ауыр мәлдәрҙә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер беҙҙең уйынсы Линус Умарк, 4-се шайба индереп, көсөргәнешлекте кәметте.
Өсөнсө осорҙа бик ҡыҙыу барҙы. Үрҙә яҙыуымса, беҙҙең ҡапҡасының хатаһы арҡаһында, иҫәп 4:3-кә менде. Спартаксылар беҙҙекеләргә ҡаршы өсәүләп уйнап алды, ләкин иҫәп үҙгәрмәне. Уйын бөтөргә алты минут самаһы ҡалғанда юлаевсыларҙың һаҡсыһы Илья Зубов иҫәпте 5:3-кә еткерҙе. Әммә был ҡыуаныс та оҙаҡҡа барманы. Уйын бөтөргә 63 секунд ҡалғанда «Спартак» уйынсыһы Никонцев, беҙҙең ҡапҡаға икенсе шайбаһын ташлап, иҫәпте 5:4 итеп ҡуйҙы... Алай ҙа уйын ваҡыты бөтөп өлгөрҙө, бөтмәһә, уйындың кем файҙаһына тамамланырын әйтеүе ауыр булыр ине.
Хоккейҙы үҙҙәре лә уйнамай, башҡаларға ла уйнарға бирмәгән командалар бар. «Салауат», киреһенсә үҙе генә уйнап ҡалмай, дәғүәсеһенә лә уйнарға ирек бирә. Шуға ла уларҙың ярыштарын ҡарауы ҡыҙыҡ. Валидол йотоп булһа ла... уйын барышында стадионға күҙ һалғанығыҙ булдымы? «Салауат» уйнаған ерҙә трибуналар һәр ваҡыт шығырым тулы. Шуның өсөн яратабыҙ ҙа инде беҙ «Салауат»ыбыҙҙы.
Фәрит Әхмәров.
Сибай ҡалаһы.