Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
5 Июнь 2025, 08:35

Таныш булығыҙ: социаль участковыйҙар

Социаль участковыйҙар хеҙмәте республикала 3 йыл элек булдырылып, ул республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығың халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге ҡарамағында эшләй. Сибай ҡалаһының социаль участковыйҙар хеҙмәтендә ике хеҙмәткәр--Люциә Шәрифйән ҡыҙы Әлмөхәмәтова һәм Лариса Сабит ҡыҙы Ғүмәрова (фотола) иҫәпләнә. Был хеҙмәттең бурысы граждандарҙың социаль хеҙмәтләндереүгә мохтажлығын таныу, социаль хеҙмәттәргә мохтаж граждандарҙы асыҡлау, оло йәштәге һәм инвалид граждандарҙы ҡарауға алыусы ғаиләләргә урынлаштырыуҙа булышлыҡ итеү; оло йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы стационар учреждениеға билдәләү, уларҙы социаль оҙатыуға ҡайтып ҡала.

Таныш булығыҙ: социаль участковыйҙар
Таныш булығыҙ: социаль участковыйҙар

-Ҡалабыҙҙа социаль участковыйҙар хеҙмәтле эшләй башлағандан алып беҙгә 4 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт итте.Социаль хеҙмәт талап ителгән 500-ҙән ашыу ололарҙың янына барып, уларҙың ҡарауға мохтаж булыуы, булмауы тикшерелде. 370 өлкән кеше социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж тип табылды. Шуларҙың 15-е махсус интернаттарға урынлаштырылды, 16-һы психоневролгия интернатына ебәрелде. 339 оло кешене социаль хеҙмәткәрҙәр йорттарына барып ҡарай. 

2009 йылдан халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләгән Люциә Шәрифйән ҡыҙы ҡыҙы әйтеүенсә, әгәр 18 йәштән үткән инвалид йәки 65 йәше тулған кеше ярҙамға мохтаж икән, уға социаль участковыйҙарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Социаль участковыйҙар ундайҙарҙың йортона барып, хеҙмәтләндереүгә мохтажлығын билдәләй. Мохтаж кешене улар стационар, махсус дәүләт учреждениеһына ебәрә, унда квалификациялы белгестәр ололарҙы, инвалидтарҙы хәстәрләй.

Социаль хеҙмәтләндереүгә мохтажлыҡты таныу һәм шуға ҡағылышлы башҡа һорауҙар буйынса Сибай ҡалаһы, Белов урамы, 7В адресының 6-сы офисында урынлашҡан социаль участковыйҙарға мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Гөлдәр Ҡадаева.

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас