Йәмғиәт тормошо
17 Декабря 2024, 07:10

Бассейнды тергеҙергә кәрәк

Сибай ҡалаһының "Әкиәт" балалар баҡсаһы Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында йыл да ҡатнаша. Быйыл да балалар баҡсаһына терәлеп торған Д. Бүләков урамының 13/1 йортонда йәшәүселәр программанан ситтә ҡалмаҫ өсөн дөйөм йыйылыш уҙғарҙы һәм уның аша тормошҡа ашырырға теләгән проекттарҙы билдәләнде. Йыйылышта балалар баҡсаһының бассейнын модернизациялау, спорт инвентарҙары алыу, яҡтыртыу мәсьәләләре киҫкен тороуы асыҡланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бассейнды тергеҙергә кәрәкБассейнды тергеҙергә кәрәк
Бассейнды тергеҙергә кәрәк

Билдәләнгән аныҡ эштәрҙе яҡлап һәм аҡтарып сығыу өсөн тағы ла дөйөм йыйылыш уҙғарыу кәрәклеге, өҫтөнлөклө проект документтарын конкурсҡа әҙерләү өсөн инициатив төркөм булдырыу, бағыусы табыу, халыҡтан йыйыласаҡ иғәнә күләме тураһында ла һүҙ алып барылды.
Айгөл Исҡужина, тәрбиәсе.

Автор:
Читайте нас