Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
9 Июнь 2023, 12:15

Етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды

Сибай ҡала хакимиәтендә иртә йәштә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған йәштәргә торлаҡ асҡысы тапшырылды. Шулай уҡ хәрби махсус операцияла ҡатнашыусы ла уңайлы шартлы торлаҡҡа эйә булды.

Етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды
Етемдәргә фатир асҡыстары тапшырылды

Үҙ ҡыйығың булыу – оло бәхет. Торлаҡлы булыу көнөн ҡыҙҙар-егеттәр түҙемһеҙлек менән көтөп алған, сөнки улар быға ҡәҙәр оперкундары менән йәшәгән. Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы ҡулынан был көндө ике етемгә торлаҡ асҡыстарын тапшырһа, Гөлназ Илмөхәмәтова иһә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 3 миллион 200 мең күләмендә сертификат алды.
2023 йылға Сибай ҡалаһында йәшәгән етемдәргә һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға фатир һатып алыу өсөн федераль һәм республика ҡаҙнаһынан ҡала бюджетына 22 миллион һумдан ашыу субвенция бүленгән.
Сарала етемдәрҙе баҡҡан опекундар ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған өсөн Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Тағы шуныһы: тәүге тапҡыр республиканың теләгән еренән торлаҡ алыу мөмкинлеге биргән социаль түләү сертификаты ла бирелеү яңылыҡ булды. Ниһайәт, үҙ мөйөшө булыуға йәштәр ифрат ҡыуанды һәм даими хәстәрҙәре өсөн ҡала хакимиәте етәкселегенә, опека һәм попечителлек бүлеге хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдерҙе.
Бөгөнгө көндә ҡалала “Торлаҡ” милли проектына ярышлы үҙ фатирын алыу өсөн 122 етем сиратта тора.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: