7 мартта Өфөлә икенсегә «Бәләкәй принцессалар балы» үтте. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына тотош республиканан физик мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар саҡырылды. Сарала бөтәһе 500-гә яҡын кеше ҡатнашты. Балда ҡатнашыусыларҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.
Бәләкәй принцессалар өсөн байрам театр фойеһынан башланды. Уларҙың һәр береһенә таж һәм беләҙек бүләк иттеләр, һәр ҡунаҡты әкиәт геройҙары ҡаршы алды. Ғөмүмән алғанда, ҡыҙҙар өсөн бай программа әҙерләнгәйне – серле шоу, бейеү театры сығыштары, интерактив спектаклдә ҡатнашыу һәм бал. Шулай уҡ улар өсөн дауалау-реабилитация дәрестәре, ата-әсәләргә тренингтар ойошторолдо, төрлө министрлыҡ һәм ведомство белгестәре консультация алып барҙы.
Принцессалар “Осоусы карап” спектаклен ҡарағанда, республика Башлығы ошо байрам балын ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән меценаттар менән осрашты. Радий Хәбиров уларға байрамды әҙерләүҙә булышлыҡ ҡылғандары, мәрхәмәтлек сараларында даими ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтте.