АТАЙСАЛ
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Йәмғиәт тормошо
5 Октября 2022, 10:40

Мөхәмәтйәновтар өсөнсөгә атай-әсәй булған!

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә 2022 йылдың 500-сө сабыйы тыуыу тураһында акт теркәлде. Ул – Давид Мөхәмәтйәнов. 27 сентябрҙә тыуған малай Тимур Һәм Альбина Мөхәмәтйәновтарҙың өсөнсө сабыйы. Давидтың тиҙерәк өйгә ҡайтыуын 9 йәшлек Асҡар ағаһы һәм 4 йәшлек Эмма апайы түҙемһеҙләнеп көткән.

Мөхәмәтйәновтар өсөнсөгә атай-әсәй булған!Мөхәмәтйәновтар өсөнсөгә атай-әсәй булған!
Мөхәмәтйәновтар өсөнсөгә атай-әсәй булған!

-Беренсе узи-ла уҡ тағы бер улыбыҙ тыуасағын белдек. Кем булһа ла имен-һау, ағзалары теүәл, аҡылылы камил бала тыуыуын теләнек. Өлкән улыбыҙға исемде өләсәһе ҡушһа, ҡыҙыбыҙға ла, бәләкәс улыбыҙға ла исемде ирем менән икәүләшеп һайланыҡ. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаровҡа - бүләге, ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәренә иғтибар өсөн ҙур рәхмәт!,--тине күп балалы әсә Альбина Усман ҡыҙы.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас