АТАЙСАЛ
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
17 Август 2022, 09:45

Ауылды йәштәр йәмләй

Хәйбулла районының Первомайка ауылы егете Мират Ниғәмәтов ауыл мәктәбен тамамлағас, Баймаҡ һөнәрселек училищеһында механизатор һәм иретеп-йәбештереүсегә уҡып, Себер яғына сығып китә. Бер аҙ эшләгәс, 2015 йылда Баймаҡ районы һылыуына өйләнә. Кәләше Миләүшә Әбделкәрим мәктәбенән һуң, Баймаҡ аграр сәнәғәте колледжында малсылыҡ тармағы буйынса белем ала. Йәштәр уҡыған саҡтарында таныша ла инде. Артабан өйләнешеп, өс балаға ғүмер бирә. Шулай итеп, йәштәр ауылда төпләнә. 2016 йылда крәҫтиән-фермер хужалығын булдыралар. Дәүләттән ярҙам алып, мал үрсетә башлайҙар. Тағы ла яңыраҡ социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам юллап, малды үрсетеү юлында йәштәр. Ошоға тиклем һыйырҙар һауып, һөтсөлөк менән шөғөлләнеп, ағын эшкәртеп һатһалар, быйыл улар итселек менән шөғөлләнеү өҫтөндә. Һыйыр малдары өсөн бина һатып алып, тәртипкә килтереп, ҡоҙоҡ ҡаҙҙыралар. “Силәгенә күрә ҡапҡасы”, тигәндәй икеһе лә бөтмөр, эште кәңәшләшеп, бергәләшеп эшләй Ниғәмәтовтар.

Ауылды йәштәр йәмләй
Ауылды йәштәр йәмләй

– Малсылыҡ – ул ауыл хужалығының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Беҙҙең хужалыҡта иллеләп мал-тыуар бар. Тәүҙә ике баштан һәм егерме һарыҡтан башлап ебәрҙек һәм әкренләп ишәйтә барҙыҡ. Хужалыҡ эшендә ҡатыным – уң ҡулым. Әлбиттә, ер эше еңел түгел. Һәр нәмәне үҙ мәлендә теүәлләп барырға кәрәк. Фермерлыҡ эшен башлауыма үкенмәйем. Ҡул ҡаушырып, һауанан көтөп ултырһаң, бер нимә лә булмай, – ти Мират Ниғәмәтов.
Хужалыҡта 120 гектар майҙанда бесәнлек һәм ике трактор бар. Киләсәктә игенселек менән шөғөлләнергә иҫәп тота уңған ғаилә.
– Өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмайбыҙ. Крәҫтиән-фермер хужалығын артабан үҫтереү маҡсаты менән эшләйбеҙ. Планда игенселек менән шөғөлләнергә уйлайбыҙ, – тиҙәр Ниғәмәтовтар.
Мират менән Миләүшә ауылда төпләнеп ҡалыуҙарына бер ҙә үкенмәй, күптәргә өлгө булып, тырышып донъя көтә. Үҙ көсөң менән тапҡан мал-мөлкәт ҡәҙерле була, балалар өсөн дә ул ҙур тәрбиә мәктәбе.

Автор:Гузель Бухарбаева

 

Автор:Гульдар Кадаева