Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
9 Август 2022, 16:00

Раян атлы бәһлүән тыуған

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә 400-сө сабый тыуыуы тураһында акт теркәлде. Радик һәм Нурсилә Тимербултатовтырҙың 4-се балаларына тап ошо түңәрәк һан аҫтында тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды. Сабыйҙың донъяғы ауаз һалыуына 14 йәшлек Фидалиә, 11 йәшлек Ләйлә апайҙары, 7 йәшлек Тимур ағайы ифрат ҡыуана. -Яңы тыуған сабыйыбыҙға Раян тигән исемде күмәкләшеп эҙләп таптыҡ, -- ти күп балалы әсә Нурсилә Рәжәп ҡыҙы. -Тимур улыбыҙ үҙенә иш булып ҡустыһы тыуыуын, ғаиләбеҙҙә ҡыҙҙар һаны менән малайҙар һаны тигеҙ булыуын теләне.

Раян атлы бәһлүән тыуған
Раян атлы бәһлүән тыуған

Аллаға шөкөр, уның хыялы тормошҡа ашты! Балаларыбыҙ бәхетле, имен үҫһен өсөн ирем менән ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһында эшләйәсәкбеҙ.

Тимербулатовтырҙың кесе улдары Раян 4 кг 100 г. ауырлыҡта тыуған, буйы 56 сантиметр.

Бәхетле ғаилә ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәренә, бүләктәре менән ҡыуандырған Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаровҡа ҙур рәхмәт белдерҙе.

Автор:Гульдар Кадаева