АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
26 Июль 2022, 16:30

«ДОНЪЯҒА ТӘҘРӘ» АСЫЛДЫ

Насар күреүселәр уҡырға өйрәнде. Бының өсөн проект сиктәрендә шарттар тыуҙырылды.

«ДОНЪЯҒА ТӘҘРӘ» АСЫЛДЫ
«ДОНЪЯҒА ТӘҘРӘ» АСЫЛДЫ

Сибай инвалидтар ойошмаһы, «Донъяға тәҙрә» социаль проекты сиктәрендә күҙҙәре насар күреүсе 15 кешене йыйып, Брайль системаһы буйынса уҡырға өйрәтте. Әйткәндәй, проект Президент гранттары фондынан 500 мең һум алыуға өлгәшкән һәм был аҡсаға кәрәкле йыһаздар алынған.

Уҡыу курсы ҡаланың 5-се китапханаһында 3 ай дауам итте. Дәресте Республика дистацион белем биреү үҙәгенән тифлопедагог үткәрҙе. Насар күреүселәр Брайль системаһын, хәрефтәрҙе, һандарҙы, тыныш билдәләрен өйрәнде. Һуңынан һәр береһе сертификат алды.

Курс мәлендә инвалидтар белем алып ҡына ҡалманы, үҙ-ара осрашты, аралашты. Үткән аҙнала ғына ойоштороусылар «һөйләүсе китаптар» өсөн махсус ҡоролмалар алды: тифлофлешплеерҙар, видеоҙурайтҡыстар, компьютер техникаһы. Улар китап уҡырға мөмкинлек бирә.

—Беҙ насар күреүселәрҙең тормош шарттарын яҡшыртырға теләйбеҙ,—ти «Бөтә Рәсәй инвалидтары» Башҡорт республика ойошмаһының Сибай ҡалаһы ойошмаһы рәйесе Минза Латыпова.

 

—«Донъяға тәҙрә» проекты беҙҙең өсөн яңы донъяны асты. Ниһайәт, ҡалала сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән кешеләр проблемаһына ныҡлы иғтибар булды. Проект сиктәрендә беҙ хәҙер китапханала уҡый алабыҙ. Бер кем дә нимә булырын белмәй, күреү һәләтен дә ҡапыл юғалтыуы ихтимал. Был бик ҡурҡыныс. Быны кисергән йә оло йөрәкле кеше генә проблеманы аңлай. Хәҙер мин оло ҡәнәғәтлек менән китапханаға йөрөйәсәкмен,—ти насар күреүсе Венера Әхмәрова.

Проект быйыл сентябрь айында төбәк семинары менән тамамлана. Унда Урал аръяғының китапханасылары йыйылып, насар күреүселәр менән эшләү алымдарын уртаҡлашасаҡ.

Белешмә. Сибай ҡалаһында 61817 (2021 йыл мәғлүмәте) кеше йәшәй. Шулар араһында 135 оло кеше, 15 бала насар күрә.

 

Автор:Резеда Валиева