Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
7 Июль 2022, 10:15

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам итәйек

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» сираттағы шәфҡәтлелек акцияһын иғлан итте. Республика акцияһы быйыл 12-се тапҡыр ойошторола. Был арауыҡта ауыр тормош хәленә тарығын ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләү бурысы ҡуйыла. Сараны республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, “Ғаилә” республика ресурс үҙәге берлектә уҙғара.

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам итәйек
Мәктәпкә йыйынырға ярҙам итәйек

-Изгелек акцияһы 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем дауам итә. Маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә ярҙам күрһәтеү. Мәктәп кәрәк-яраҡтары «Ғаилә» район-ара үҙәктәрендә һәм уларҙың ҡала-райондарҙағы бүлексәләрендә ойошторола. Был акцияла һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Гуманитар ярҙамды ҡаланың Островский урамындағы 30-сы йорттар урынлашҡан “Ғаилә” үҙәгендә ҡабул итәбеҙ, -- ти Сибай ҡалаһының «Ғаилә»хеҙмәте етәксеһе Ирина Провалова 

Канцелярия тауарҙары, яҙыу-һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн йыйылмалар хәйриә акцияһында ҡатнашыусыларҙан яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт – яңы йәки һәйбәт торошта.

Ярҙам Хеҙмәт министрлығы ҡарамағындағы халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү учреждениеларында иҫәптә торған ғаиләләргә йүнәлтелә. Акцияға йомғаҡ сентябрь башында яһала.

 

Автор:Гульдар Кадаева