Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
10 Апрель 2022, 11:45

Сибай бәхет биләмәһенә әүерелде

Сибай ҡалаһы бер көнгә «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» нә әүерелде. Республикала ошондай атама аҫтында 21-се тапҡыр ойошторолған Асыҡ Академия «Бәхет биләмәһе» хәйриә, Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондтары тарафынан республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары һәм Сибай ҡалаһы хакимиәте менән берлектә уҙғарылды.

Сибай бәхет биләмәһенә әүерелде
Сибай бәхет биләмәһенә әүерелде

« Гүзәл заттарға төрлө мөмкинлектәр биргән мәртәбәле сара Сибай концерт-театр берекмәһенең яңыртылған бинаһында үтте һәм унда 1600-ҙән ашыу гүзәл зат ижад, матурлыҡ, һаулыҡ, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, мөмкинлектәр, бала саҡ һәм башҡа бик күп биләмәләрҙе урап сығып үҙ ихтияжын ҡәнәғәтләндерҙе
«Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» эшендә проекттың авторы, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбированың килеүе сараға оло мәртәбә өҫтәне. Сарала шулай уҡ Лариса Назарова, Линара Иванова, Мәскәү ҡунаҡтары ҡатнашты.
Проекттың «Сәләмәлек биләмәһе» һәр ваҡыттағыса бик күптәрҙе үҙенә йәлеп итте. Баш ҡаланан килгән белгестәргә һәр кем күренеп ҡалырға, кәңәштәр алырға тырышты. Был көндө республика табиптары 144 өлкән, 156 баланы ҡабул итте, 335 кеше диагностик тикшереү һәм экспресс-тест үтте. "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты, «Сәләмәт йылмайыу биләмәһе» сиктәрендә Сибай коррекцион мәктәпкә барҙы. Унда белгестәр 98 сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, ауыр тормош хәленә тарыған балаларҙы ҡараһа, 49-ын дауаланы.
«Ҡыҙыҡһыныусы гүзәл заттар биләмәһе»ндә һәр ҡатын-ҡыҙ үҙ ҡыҙыҡһыныуы буйынса лекциялар тыңланы. «Урал аръяғының йомшаҡ көсө» темаһына арналған түңәрәк өҫтәл Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың хәйриәлек фонды һәм йәмәғәт эшмәкәрҙерен берләштерҙе. Был проект ҡатын-ҡыҙ, ғаилә, йәмәғәт именлеге хаҡына яуаплылыҡты алға ҡуя. «Тәмле» Рәсәй халыҡтарының милли аш-һыуҙары конкурс-күргәҙмәһе төрлөлөгөнә Өфө, Сибай ҡунаҡтары хайран ҡалды. Өҫтәлдәр Рәсәй халыҡтарының милли-аш-һыуы һығылды.
«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы «Сибайҙа йондоҙҙар ҡабына» Рәсәй эстрада артистарының шәп концерты менән тамамланды. Йырсы Виктория Макарская, йырсы, йырҙар авторы Карина, Силәбенән килгән яҡташыбыҙ Вероника Назарованың сығыштары алҡыштарға күмелде.
Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы етәксеһе Каринэ Хәбирова ҡала ҡатын-ҡыҙҙарына бәхетле булыу мөмкинлеге тыуҙырған өсөн Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзаловҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы.
**

Автор:Гульдар Кадаева