Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
18 Март 2022, 09:10

Программа быйыл да ғәмәлдә буласаҡ

Рәсәйҙә 2021 йылда балалар ялына кэшбэк программаһы эшләгәйне. Уның буйынса йәйге һауыҡтырыу лагерына алынған юллама хаҡының 50 процентын кире ҡайтарыу мөмкинлеге булғайны.

Программа быйыл да ғәмәлдә буласаҡ
Программа быйыл да ғәмәлдә буласаҡ

Ил Президенты Владимир Путин был программаны 2022 йылда ла 1 майҙан тормошҡа ашырырға ҡушты. Рәсәйҙең хеҙмәт министры Антон Котяков балалар туристик кэшбэгы буйынса программаны яңыртыу буйынса мәсьәләне үтәргә  һүҙ бирҙе.

  Был турала теүәлерәк мәғлүмәт тиҙҙән билдәле  булыр, тип ышанабыҙ.

Автор:Гульдар Кадаева