Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
7 Ғинуар 2022, 09:35

Балалар ҡайтышмай

Яңы йыл байрамын Баймаҡ районының Төркмән ауылы халҡы байрамса кәйеф менән ҡаршыланы:  ауылда хоккей майҙансығы асылды. Ауыл халҡын Яңы йыл менән район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, уның урынбаҫарҙары, Башҡортостандың билдәле сәнғәт оҫталары, Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге артистары ҡотланы.

Балалар ҡайтышмай
Балалар ҡайтышмай

"Йыл беҙгә аяуһыҙ ҡоролоҡ, янғындар, төйөрлө дерматит сире кеүек ҡаты һынауҙар алып килһә лә, уларҙы Башҡортостан етәкселегенең даими хәстәрлеге, район хеҙмәттәренең эште тейешенсә ойоштороуы һәм һеҙҙең ярҙам менән йырып сыҡтыҡ, - тине үҙенең тәбрикләү сығышында Фәнис Ғәбдрәшит улы.- Күмәк көс һәм берҙәмлек менән еңеп сыҡтыҡ беҙ был афәтте. Бының өсөн мин Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, район хеҙмәттәренә, Нияз Атанғолов етәкләгән Моҡас ауыл биләмәһенә, ауыл халҡына ҙур рәхмәтемде еткерәм.

Әйтергә кәрәк, беҙ ауыл халҡына биргән барлыҡ вәғәҙәләрҙе үтәп барабыҙ, мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ. Даими рәүештә гуманитар ярҙам күрһәтелә, әле бына сираттағыһын тапшырабыҙ - БР Сауҙа һәм БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары тарафынан ауылдағы һәр балаға Яңы йыл күстәнәстәре әҙерләнде. Байрам менән, төркмәндәр! Берҙәмлектә - көс!"

Һуңынан район башлығы хеҙмәттә юғары ҡаҙаныштарға ирешкәндәргә, йоғошло төйөрлө дерматит ауырыуы менән көрәштә фиҙакәрлек күрһәткәндәргә район наградаларын тапшырҙы.

Ауыл халҡы исеменән сығыш яһап, Таңһылыу Ҡужина афәтте еңеп сығыу өсөн бар көсөн һалған, халыҡты даими ярҙамынан ташламаған Башҡортостан Республикаһы һәм район етәкселегенә оло рәхмәтен еткерҙе. Фәнис Әминев һәм Нияз Атанғолов хоккей майҙансығын тантаналы асҡандан һуң, "Атайсал" һәм "Туғажман" хоккей командалары иптәштәрсә осрашыу үткәрҙе. Район халыҡ ижады үҙәге артистары күңелле уйындар ойошторҙо, тамашаны матур итеп алып барҙы. Республиканың сәнғәт йондоҙҙары - Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Диана Ишниязова, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Ғайсаров, халыҡ-ара йыр конкурстары еңеүсеһе Тимур Рамаҙанов ауыл мәҙәниәт йортонда ҙур концерт менән таң ҡалдырҙы. Дүрт кеше Башҡорт дәүләт филармонияһының концертына саҡырыу алды.

Фото һәм сығанаҡ: Азамат Мөхәмәтшин.

Балалар ҡайтышмай
Балалар ҡайтышмай
Автор:Гульдар Кадаева