Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
22 Декабрь 2021, 12:55

БЫЛ ТАРАФТА ИГЕҘӘКТӘР КҮП

Ҡашҡамы икән, башҡамы икәнКәрешкәнең Аллаһы?Кәрешкә килендәренеңИгеҙ була балаһы.

БЫЛ ТАРАФТА ИГЕҘӘКТӘР КҮП
БЫЛ ТАРАФТА ИГЕҘӘКТӘР КҮП

Һәр ауылдың үҙенә генә хас үҙенсәлеге була. Мәҫәлән, Баймаҡ районы Буранбай ауылында ир-егеттәрҙең барыһы ла йырлай тиерлек. Шуғаламы унан бик күп йырсылар сыҡҡан. Ә бына Кәрешкә ауылында йәшәүсе Тәнзилә Йәнтилина ҙ ауылында игеҙәктәр күплегенә хайран ҡала. хатта шаярып шиғыр ҙа сығарған:

Ҡашҡамы икән, башҡамы икән
Кәрешкәнең Аллаһы?
Кәрешкә килендәренең
Игеҙ була балаһы.

--Кәрешкә ауылында ни ғәжәптәндер игеҙәктәр йыш тыуа. Тәүге осраҡ 1990 йылдың 19 декабрендә теркәлә. Шәһит һәм Лилиә Йәнтилиндәрҙең Ғәҙел һәм Ғәҙилә исемле сабыйҙары тыуа.
Бөгөнгө көндә ауылда тағы ла 5 пар игеҙәк балалар йәшәй: 4 пар малай һәм 1 пар ҡыҙ. Уларҙы бер-береһенән айырыуы бик ҡыйын,--ти Тәнзилә Йәнтилина.

 

Ә һеҙҙең тарафта игеҙәктәр күпме? Ауылығыҙҙың үҙенсәлеге нимәлә?

Автор:Резеда Валиева