АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
21 Декабрь 2021, 12:40

Ололар оҡшата

Уҙып барған йыл республикала Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылы тип нарыҡланды. Ошонан сығып Сибай ҡалаһының һынлы сәнғәт мәктәбе “Сибай оҙон ғүмерлелеге”проекты сиктәрендә айына ике тапҡыр оло йәштәгеләр өсөн “Креатив шәмбе”ләр уҙғарҙы.

Ололар оҡшата
Ололар оҡшата

Уҙған шәмбеләге сарала йыл буйы дауам иткән ижади эштәргә йомғаҡ яһалды. Шуныһы ҡыуаныслы, өлкәндәр бындай файҙалы ялдарҙан бик ҡәнәғәт. Улар мәҙәниәт усағына ҙур теләк менән йөрөнө һәм һуңғы күнекмәлә балсыҡтан әүәләү менән булышты.
--Бында беҙ килгән һайын яңы шөғөл өйрәнәбеҙ. Башта тегеү менән булыштыҡ, артабан бәйләүгә күстек. Был юлы әүәләүгә тотондоҡ. Шул тиклем беҙгә бында оҡшай, аралашабыҙ, һөйләшәбеҙ. Ваҡытты күңелле һәм файҙалы уҙғарыуыбыҙ яҡшы. Дәртләнешеп ҡайтып китәбеҙ. Киләһе йыл да дауам итергә кәрәк, --ти Айһылыу Кәримова.

 



Әүәләү буйынса оҫталыҡ класында өлкәндәр көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр эшләп маташты. Ошондай осрашыуҙар кәрәк, сөнки ололар өйҙәрендә яңғыҙ ултырып зарығып китә, ә бында уларҙың яңы һәләттәре асыла, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй.

- Йыл дауамында бөтәһе 21 тапҡыр креатив шәмбе уҙғарҙыҡ. Оло йәштәгеләр бит ул әүҙем халыҡ. Буш ваҡыттарын улар бер ваҡытта ла тик ятып ҡына уҙғармай. Шуға ла шәмбе һайын уларҙы яңы шөғөлдәргә өйрәтергә тырыштыҡ. Ашҡынып, дәртләнеп киләләр, бер-береһен саҡырылар. Уларға ла беҙгә бик күңелле,-- тине

Балалар һынлы сәнғәт мәктәбе директоры Флорида Ҡәҙерғолова.

Ололар оҡшата
Ололар оҡшата
Автор:Гульдар Кадаева