Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
18 Ноябрь 2021, 15:20

Ирекмәндәр ярҙам итә

Коронавирус пандемияһы сигенергә уйламай. Йоғошло сир өлкән йәштәгеләргә айырыуса ҡурҡыныс тыуҙырғанлыҡтан, улар үҙ ҡурсаланыуҙа ултырырға мәжбүр. Шуға күрә уларҙы айырым хәстәрләү, ололарҙың тормошон еңелләштереү зарур. Сибай ҡалаһында был тәңгәлдә “Бер бергә” ирекмәндәр штабы уңышлы эшләй. Пандемия башынан алып ирекмәндәр өс мең ярымдан ашыу кешегә төрлө ярҙам күрһәткән.  

Ирекмәндәр ярҙам итә
Ирекмәндәр ярҙам итә

Ҡалала сирҙе кисектереү маҡсатында үҙ ҡурсаланыу режимы индерелгәс тә ирекмәндәр гуманитар ярҙам күрһәтә башланы. Өлкәндәрҙе аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итте. Бынан тыш улар башҡа мөһим эштәргә лә йәлеп ителде: битлектәр таратты, шәхси йорттарҙы йәшәүсе ололарҙың ихаталарын ҡарҙан таҙартты. Быйыл 12 октябрҙә республикала ғына түгел, тотош илдә сикләү саралары ғәмәлгә ингәс, штаб эшмәкәрлеген тағы әүҙемләштерҙе.

 

--Беҙ көн һайын иртәсәкке сәғәт туғыҙҙан киске алтыға ҡәҙәр эшләйбеҙ. Төп йүнәлешебеҙ үҙ ҡурсаланыуҙа булған йәштәре 65 йәштән үткән ололарға төрлө ярҙам күрһәтеү. Беҙ шулай уҡ ололарға прививка яһатыу, куар кодтар буйынса ла аңлатма бирәбеҙ. Штаб эшен тергеҙгәндән бирле йәмғеһе 307 кешене хеҙмәтләндерҙек. Шулай уҡ үҙәк дауахана белгестәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Хроник сирлеләргә дарыуҙар ташыу ҙа беҙҙең иңдә,-- ти “Тиҫтер” клубы директоры, штаб етәксеһе Лена Мөхәмәтова.

 

Үрҙә әйтеүебеҙсә, ололарға медикамент ташыуҙан тыш, вакцинация буйынса аңлатыу эше алып барыуҙары ла хуплауға лайыҡ. Прививка яһатырға теләүселәрҙе дауаханаға оҙатып баралар, куар код алырға ярҙам итәләр. Ирекмәндәр ярҙамында прививка яһатыусыларға “Берҙәм Рәсәй” партияһы махсус бүләктәр ҙә әҙерләгән. Ярҙамға мохтаждар 3-51-53 телефон һанына шылтыратып заявка ҡалдыра ала. Шулай уҡ ирекмәндәр сафына баҫырға теләүселәрҙе лә “Тиҫтер” клубында урынлашҡан штабта көтәләр.

 

Ирекмәндәр ярҙам итә
Ирекмәндәр ярҙам итә
Автор:Гульдар Кадаева