АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
9 Ноябрь 2021, 20:55

Изгелек ҡылырға ашығайыҡ

Сибай ҡалаһында “Һабын бумы” мәрхәмәтлек акцияһы дауам итә. Ауыр тормош хәленә тарыған ғаиләләргә ярҙам итеү йәһәтерән уҙғарылған сараға һәр кем үҙ өлөшөн индереп ҡалырға тырышыуы ҡыуаныслы.

Изгелек ҡылырға ашығайыҡ
Изгелек ҡылырға ашығайыҡ

Ҡаланың “Ғаилә” көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәге “Һөйөү менән” балалар мәрхәмәтлек фонды менән берлектә “Һабын бумы” акцияһын октябрь башында уҡ иғлан иткәйне.  Акцияның маҡсаты ябай – һәр теләгән кеше йыуыныу өсөн кәрәк-яраҡ – теш пастаһы, һабын, душта йыуыныу өсөн гель, шампунь, кер йыуыу порошогы һатып алып үҙәккә алып бара. Йыйылған йыуыныу әйберҙәре социаль приют тәрбиәләнеүселәренә, шулай уҡ ауыр тормош хәленә тарыусы ғаиләләргә тарытып бирелә.

--Беҙ дүртенсе йыл рәттән ҡалалаштарҙы, шул иҫәптән мәктәп уҡыусыларын, уҡыу йорттары студенттарын акцияға әүҙем ҡушылырға саҡырабыҙ. Күмәк көс менән ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, инвалид балаларҙы йыуыныу кәрәк-ярағы менән тәьмин итеүҙе маҡсат итеп итеп алғанбыҙ, -- ти “Ғаилә” көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәге директоры Лариса Таекина.

Шәфҡәтлелек сараһына ҡаланың суд приставтары ла үҙ өлөшөн индерҙе. Әйткәндәй, улар йыл һыйын бындай акциянан ситтә ҡалмай.

--Ноябрь башында беҙҙең хеҙмәт һөнәри байрамын билдәләне. Ошо уңайҙан мәрхәмәтлек сараһына ҡушылдыҡ. Көнкүреш тауарҙары һатып алып “Ғаилә” үҙәгенә тапшырҙыҡ. Форсаттан файҙаланып, бүлек начальнигы исеменән ветерандарыбыҙҙы, хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрам менән ҡотлайым. Эшебеҙ ҡатмарлы, әлбиттә, әммә мәрхәмәтлек акциялары беҙҙең өсөн изге,-- ти суд приставы-башҡарыусыһы Лиана Сәфәрғәлина

Изгелек бер ваҡытта ла ерҙә ятып ҡалмай. Тормошобоҙҙо изгелек ҡылыусылар йәмләй ҙә инде. Һабын бумы акцияһына ла ҡаланың күп кенә мәғариф учреждениелары, башҡа ойошмалар үҙҙәренең тос өлөшөн индереп, мәрхәмәтлек ҡылып, мохтаждарға ярҙам күрһәтте. Үҙәк етәкселеге уларҙың һәр ҡайһыһына айырым-айырым рәхмәт белдерә.

 

Изгелек ҡылырға ашығайыҡ
Изгелек ҡылырға ашығайыҡ
Автор:Гульдар Кадаева