Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
8 Октябрь 2021, 13:35

Дауаланырға ситкә йөрөргә түгел

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербург ҡалаһынан Сибайға ТЭС аппараты ҡайтарылды. Был ҡорамалды һатып алыуға ҡаланың инвалидтар ойошмаһы һәм “Меридиан” ирекмәндәр хәрәкәте әүҙемселәре тос өлөш индергән.

Дауаланырға ситкә йөрөргә түгел
Дауаланырға ситкә йөрөргә түгел

ТЭС аппараты йәғни транскраниаль электростимуляция аппараты ярҙамында кешенең мейеһенә яй ғына итеп импульслы ток ебәрелә. Дауаланыу барышында башҡа электродтар беркетелә һәм көсһөҙ генә ток ҡуйыла. Уның ярҙамында баш мейеһендә биоэлектрик әүҙемлек үҙгәрә. Аппаратты төрлө ваҡытта ҡулланырға мөмкин: наркотик көсөргәнеште сисеүҙән башлап йөрәктең ишемия ауырыуына дусар булыусылар ҙа ошо ТЭС ярҙамында дауалана.

 

--Ата-әсәләр был көндө түҙемһеҙләнеп көттө. Ғәрип бала менән меңәр саҡрымдар үтеп дауаланыуғө йөрөү еңелдән түгел. Шуға бергәләп кәңәшләштек тә нисек тә булһа үҙебеҙгә һатып алырға кәрәк тигән һығымтаға килдек,-- ти ҡаланың инвалидтар ойошмаһы рәйесе Минза Латипова.

 

Ҡарап тороуға ябай ғына күренгән медицина ҡоролмаһының хаҡы арзан түгел – 200 мең һум тирәһе. Санкт-Петербург үҙәге аппаратты һатып алыусы Сибай инвалидтар ойошмаһы етәкселеген, ирекмәндәрҙе 50 процент ташлама яһап ҡыуандырған.”Меридиан-28” хәрәкәте әүҙемселәре кәрәкле сумманы йыйырға ярҙам иткән.

--Был изге эшкә беҙ йәй көнө үк дүртәүләп мин, ирем Дмитрий, Уралия Пономарева, Татьяна Садыҡова тотондоҡ. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнләгән балаларҙы әсәйҙәре быға ҡәҙәр Ҡырым, Севастопольгә ҡәҙәр алып йөрөп ошо аппарат ярҙамында дауалауын күреп әсендек. Бер яҡтан юл, икенсе яҡтан процедуралар бит түләүле, сығымдар күп талап ителә. Әле ҡыуанып ултырабыҙ: аппарат килеп етте, әсәйҙәр балаларын теләгән ваҡытта алып килеп дауалап алып ҡайта ала,-- ти ирекмәндәр Людмила һәм Дмитрий Корчагиндар

Аппарат һатып алыуға аҡса йыйыу 5 августа башланһа, 15 сентябргә кәрәкле сумма йыйылып та бөтә. Үрҙә әйтеүебеҙсә, был аппарат физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы дауалау өсөн кәрәк. Әлеге көндә Сибайҙа 287 инвалид бала, 300-ҙән ашыу сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән бала йәшәй. ТЭС терапияһы алыу өсөн ата-әсәләр икенсе ҡалаларға йөрөп, һәр процедура өсөн 1-әр мең һум аҡса түләргә мәжбүр булған. Күмәк көс менән был проблема ыңғай хәл ителеүе ҡыуаныслы.

Автор:Гульдар Кадаева