Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
2 Сентябрь 2021, 18:00

Бала ҡыуанһа, ер-һыу ҡыуана

Республикабыҙҙа ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 11-се тапҡыр уҙғарған “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” акцияһы тамамланды. Баланы мәктәпкә әҙерләү күп сығымдар талап итә. Ҡыҙғанысҡа күрә, һәр кем балаһы алдындағы был бурысын теүәл үтәй алмай. Айырыуса аҙ тәьмин ителәгән һәм күп балалы ғаиләләргә яңы уҡыу йылына бер нисә уҡыусыны мәктәпкә әҙерләү, кейендереү бик ауыр. Тап ошонан сығып республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” акцияһы ойоштора ла инде. Акцияның маҡсаты – ауыр тормош хәленә тарыған ғаиләләргә һәм балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнергә булышлыҡ итеү.

Бала ҡыуанһа, ер-һыу ҡыуана
Бала ҡыуанһа, ер-һыу ҡыуана

--Мәрәхәмәтлек сараһында йыл һайын ҡатнашабыҙ. “Алға, Сибай!” урындағы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Денис Назаров балаларға канцелярия тауарҙары, мәктәп формаһы, спорт костюмдары һатып алырға булышлыҡ итә. Изгелек бит ерҙә ятып ҡалмай,--тине акцияға йомғаҡ яһау сараһында республиканың кеше хоҡуҡтары буйынса йәмәғәт уполномоченныйы ярҙамсыһы Люциә Атанова.

Ике ай дауамында йыйылған бөтә уҡыу кәрәк-яраҡтары аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәргә таратып бирелгән. Ҡаланың “Ғаилә” көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәгендә быйыл беренсе класҡа барған уҡыусылар араһында байрам ойошторолған. Бәләкәстәргә эсе тулы уҡыу әйберҙәре булған портфель, мәктәп кейемдәре бүләк иткәндәр. Бүләктәрҙең барыһын да ҡала ойошмалары һәм изгелек ҡылыусы ҡалалаштар йыйған.

Шулай итеп, дөйөм көс менән урында 72 ғаиләнән 91 бала мәктәпкә барыуға әҙер булған. Акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла мәрхәмәтлек сараһын ойоштороусыларҙың Рәхмәт хаттары тапшырылған.

Бала ҡыуанһа, ер-һыу ҡыуана
Бала ҡыуанһа, ер-һыу ҡыуана
Автор:Гульдар Кадаева