Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
12 Август 2021, 09:05

БЕРҘӘМЛЕККӘ НИ ЕТӘ?

Хәйбулла районының Әбеш ауылында мәсет янында урынлашҡан һары өйҙө барыһы ла белә, унда Ибраһимовтар ғаиләһе йәшәй. Улар көнө-төнө янғын һүндерергә килеүселәрҙе ҡабул итеп, ашатып торҙо. Уларға ашханаға йөрөгән һымаҡ йөрөнөләр. Бында меңләгән кеше тамаҡ ялғаны. Хәҙер шундай уҡ өй Урыҫбай ауылында барлыҡҡа килде. Рәзилә Ямалетдинова тәүгеләрҙән булып ут сыҡҡанын күреп ҡала һәм ярҙам һорай. Нәҡ уның өйөндә оператив штаб булдырыла. Ирекмәндәр ағыла башлағас, ул апаһы менән ике ҡаҙанда аш әҙерләргә ҡарар итә. Унан күршеләре, ирекмәндәр ярҙамға килә. Иртә таңдан ҡара кискәсә эшләйҙәр. Аҙыҡ-түлек килтерәләр, янғын һүндереүселәргә ашарға алып барыу ҙа ойошторолған

БЕРҘӘМЛЕККӘ НИ ЕТӘ?
БЕРҘӘМЛЕККӘ НИ ЕТӘ?

“Хәйбулла районының Әбеш ауылында мәсет янында урынлашҡан һары өйҙө барыһы ла белә, унда Ибраһимовтар ғаиләһе йәшәй. Улар көнө-төнө янғын һүндерергә килеүселәрҙе ҡабул итеп, ашатып торҙо. Уларға ашханаға йөрөгән һымаҡ йөрөнөләр. Бында меңләгән кеше тамаҡ ялғаны.

Хәҙер шундай уҡ өй Урыҫбай ауылында барлыҡҡа килде. Рәзилә Ямалетдинова тәүгеләрҙән булып ут сыҡҡанын күреп ҡала һәм ярҙам һорай. Нәҡ уның өйөндә оператив штаб булдырыла. Ирекмәндәр ағыла башлағас, ул апаһы менән ике ҡаҙанда аш әҙерләргә ҡарар итә. Унан күршеләре, ирекмәндәр ярҙамға килә. Иртә таңдан ҡара кискәсә эшләйҙәр. Аҙыҡ-түлек килтерәләр, янғын һүндереүселәргә ашарға алып барыу ҙа ойошторолған”,--тип яҙалар хәйбулла районы хакимиәтенең “Бәйләнештәге” социаль селтәрендә.

 

Күреүегеҙсә, ауырлыҡтар беҙҙе берләштерҙе. Янғындар һүндерелеп, тыныс тормошҡа ҡайтҡас та бер-беребеҙгә ярҙам итеп, дуҫ-татыу йәшәйек! Ғүмер бер генә…

Фото Хәйбулла хакимиәтенең "Бәйләнештә" социаль селтәренән.

Автор:Резеда Валиева