Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
9 Июнь 2021, 13:25

Бала саҡтарын һуғыш урлаған

Яу яланында йәндәрен фиҙа ҡылып тыуған ерен һаҡлаған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәр ваҡыт айырым иғтибар бүленә. Әммә Бөйөк Еңеү өсөн тылда арымай-талмай хеҙмәт иткәндәр бер аҙ ситтә ҡалып килде. Ағымдағы йылдың 25 мартында республикала ҡабул ителгән “Һуғыш осоро балалары” законына ярашлы 1927 йылдың 22 июненән алып 1945 йылдың 3 сентябре арауығында тыуғандар ошо категорияға индерелде. Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһының “Тиҫтер” клубында оло йәштәгеләргә тәүге танытмалар тапшырылды.

--Һуғыш осоро балалары хәрәкәте 10 йылдан ашыу эшләп килеүгә ҡарамаҫтан, ул бер закон акты менән нығытылманы һәм тыл ветерандары бындай категорияға эйә булманы. Һуғыш осоро балалары иңенә күп һынауҙар төшкән. Бала ғына көйөнсә фронт өсөн тип эшкә егелгәндәр, еңеүҙән һуң емерек илде тергеҙеүгә тос өлөш индергән. Республикала бындай закон ҡабул ителеүе оло мәртәбә. Һуғыш осоро балалары бындай баһаға күптән лайыҡ ине,--тине ҡала ветерандары Советы рәйесе Рәшит Иҙрисов.
Сибайҙа һуғыш осоро балалары категорияһына 2169 кеше инә. Әле уларҙың тәүге төркөмө генә ҡулдарына танытмаларын алды. Был документҡа ярашлы оло йәштәгеләр сиратһыҙ медицина ярҙамы менән ҡуллана, стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына путевкалар юллай ала. Шулай уҡ Республика Башлығының бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүен дә аласаҡтар.
--Беҙ бик шат. Сөнки Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре эҙҙәренә беҙ баҫып киләбеҙ. Бөтәбеҙ ҙә хәҙер оло йәштәбеҙ. Бөгөн шатлыҡлы мәл кисеребеҙ, сөнки ниһәйәт беҙгә иғтибар бүленде. Икенсе яҡтан ауыр осорҙарҙы иламайынса хәтерләп булмай. Сараға килеп осрашып, күрешеп алдыҡ,--ти һуғыш осоро балаһы статусына эйә булыусы Ләлә Комиссарова.
Бер ай дауамында һәр һуғыш осоро балаһына танытмалар тапшырылып бөтәсәк. Документтар “Тиҫтер” клубында бирелә. Әгәр был категорияға эйә булыусы төрлө сәбәптәр менән танытмаһын үҙе килеп ала алмаһа, уның паспорты менән берәй туғаны, яҡыны был эште башҡара ала.
#нацпроекты#миллипроекттар#демография