АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
7 Апрель 2021, 14:41

Асфальт юл кәрәк!

2021 йылда тормошҡа ашырыласаҡ проекттарға Алтын ҡасабаһының Коркин урамында йәшәүселәр ҙә ҡушылды.

Сибай ҡалаһы һәм ҡала яны ҡасабалары урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында бик әүҙем ҡатнаша.
2021 йылда тормошҡа ашырыласаҡ проекттарға Алтын ҡасабаһының Коркин урамында йәшәүселәр ҙә ҡушылды. Улар урамдағы юлды төҙөкләндереү, асфальт түшәү мәсьәләһен хәл итергә теләк белдерҙе. Юнир Бүләкәнов һәм Иршат Баянов етәкселегендә башҡарылған проект, һис шикһеҙ, өҫтөнлөклө тип табылыр һәм еңеп сығыр тигән өмөттә ҡалалар.