АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
2 Апрель 2021, 11:50

КҮҘҘЕ ЙОМОП ҠЫНА ҠОТОЛОП БУЛМАЙ

Статистика күрһәтеүенсә, Рәсәйҙә 6 миллион наркоман иҫәпләнә. Был теркәлгәндәре генә. Ә асыҡланмағандары, наркотик исемлегенә инмәгән матдәләрҙе ҡулланыусылары күпме? Тимәк, проблеманың киңлеген һәм тәрәнлеген күҙ алдына килтереп тә булмай.

Наркомания тормошобоҙға ныҡлап үтеп инде. Статистика күрһәтеүенсә, Рәсәйҙә 6 миллион наркоман иҫәпләнә. Был теркәлгәндәре генә. Ә асыҡланмағандары, наркотик исемлегенә инмәгән матдәләрҙе ҡулланыусылары күпме? Тимәк, проблеманың киңлеген һәм тәрәнлеген күҙ алдына килтереп тә булмай.
Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, 2019 йылда илдә 6 миллион наркоман иҫәпләнеп, шуның 20 проценты 9-13 йәшлек мәктәп уҡыусылары булған. 60 процентын—16-30 йәшлек үҫмерҙәр, йәштәр, ҡалған 20 процент тирәһен 30 йәштән ололар тәшкил иткән. Асыҡлауҙарынса, Рәсәйҙә йыл һайын 90 мең кеше психотроп матдә ҡуллана башлай. Шул уҡ ваҡытта йылына 70 мең наркоман үлеп тора. Һуңғы 10 йылда 6,5 тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар наркоманияһы үҫеш алған, ә балаларҙыҡы 23 тапҡырға артып киткән. Хатта 6-7 йәшлектәрҙе лә энәгә ултыртыу осраҡтары теркәлгән. 2014 йылда наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен котролдә тотоу федераль хеҙмәте етәксеһе Виктор Иванов “Говорит Москва” радиоһына биргән интервьюһында рәсәйлеләр тәүлегенә 4 500 000 000 һумды наркоманияға ебәрә, тигәйне. Был йәнә проблеманың шул тиклем тамыр йәйеүен иҫбатлай. Беҙҙең Башҡортостанда ла, шул иҫәптән баш ҡалабыҙ Өфөлә хәлдәр яҡшынан түгел, хатта көсөргәнешле лә. 2020 йылдың сентябрендә “Наркотикһыҙ донъя өсөн” проекты ирекмәндәре баш ҡалабыҙҙа һорау алыу үткәрҙе. “Өфөлә наркомания проблемаһы бармы?”—тигән һорауға 25 йәштән ололар яуап ҡайтарҙы. Уларҙың 63 проценты ыңғай яуапбирҙе, 3,8 проценты “юҡ” тине, ҡалғандары икеләнде. Тимәк, баш ҡалала йәшәүселәрҙең күбеһе проблема барлығын белә. Ә йәшерәктәргә: “Һиңә наркомания менән осрашырға тура килдеме?” —тигән һорау бирелде. Уларҙың 68 проценты юҡ тиһә, 38 проценты ыңғай яуапланы, йәғни үҙ күҙҙәре менән күреүҙәрен әйтте. Проблеманы хәл итеү өсөн уны күрергә, белергә, ни тиклем алама йүнәлеш булыуын аңларға кәрәк. Сөнки күрергә теләмәү генә беҙҙе бәләнән ҡотҡармаясаҡ.
Миңә йыш ҡына шылтыратып, эффектлы реабилитация программалары хаҡында һорашалар. Кемдеңдер ҡыҙы, кемдеңдер улы наркомания ауына эләккән булып сыға, ата-әсәләр, туғандары уларҙы ошо упҡындан алып сығырға теләй. Эйе, үҙебеҙгә килеп ҡағылмайынса, беҙ проблеманы аңламайбыҙ. Шуға ла уяу булырға, профилактик саралар ҡулланырға саҡырыр инек. “Наркоманияны еңеп буламы?”—тигән дә һорауҙы биргәйнек. 25 йәштән ололарҙың 65 проценты ыңғай яуапланы, 8,5 проценты шикләнде, 21 проценты наркомания менән көрәшеүҙе файҙаһыҙ тип тапты.
“Нимә эшләргә?”—тигән һорауға яуап биреүселәрҙең 24,7 проценты ғаиләлә ныҡлы Афәт тәрбиәләү, аңлатыу, социаль роликтар ҡулланыу, балаларға дөрөҫ мәғлүмәт биреү кәрәк тип билдәләне. 12,3 процент законды ҡәтғиләтеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, 8,5 проценты полиция контролен көсәйтеү кәрәк тиһә, 10 процент реабилитация үҙәктәрен күбәйтеү яҡлы. Шулай уҡ дәүләттән ярҙамды күбәйтеү (5,7 процент), йәштәрҙең ялын файҙалы үткәреүгә, спортҡа ылыҡтырыуға иғтибар итеү (5,7 процент) кәрәклеген тәҡдим итеүселәр булды.
“Наркоманияны профилактикалау кәрәкме?”—тигән һорауыбыҙға күпселек ыңғай яуап бирҙе. Мәктәптәрҙә әңгәмә үткәреү, роликтар, фильмдар күрһәтеү, телевидение эшмәкәрлеген көсәйтеү, йәштәрҙең кумирын йәлеп итеү тәҡдим ителде. Шулай уҡ мәктәптәрҙә, ял итеү үҙәктәрендә бушлай түңәрәктәр, спорт секциялары булдырыуҙы хупланылар. Урамда реклама баннерҙары кәрәк тиеүселәр ҙә табылды. Ә яуап биреүселәрҙең 5,7 проценты наркодилерҙар менән көрәште көсәйтеү яғында.
Ғөмүмән, замана афәтенә ҡаршы көрәштә теләһә ҡайһы алым да файҙалы. Балаларығыҙға наркоманияның үтә ныҡ алама нәмә булыуын, унан кешеләр иртә үлеүен аңлатып үҫтерегеҙ.
Гүзәл Усманова, “Наркотикһыҙ донъя” проекты координаторы, балалар табибы, яҙыусы.