АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
23 Март 2021, 10:15

ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫНА ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕЛЕРМЕ?

“Берҙәм Рәсәй” депутаттары Башҡортостан парламентына һуғыш осоро балалары хаҡында закон проекты тәҡдим итте.

“Берҙәм Рәсәй” депутаттары Башҡортостан парламентына һуғыш осоро балалары хаҡында закон проекты тәҡдим итте.
“Башҡортостан Республикаһында һуғыш осоро балалары хаҡында”ғы закон проекты әлеге категория граждандарына айырым статус биреп, ярҙам саралары күрһәтергә тейеш.
--Был бик мөһим аҙым. Бөгөн хөкүмәт Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә иғтибар йәлләмәй. Әммә һуғыш михнәтен шул осор балалары ла кисергән бит әле. Уларға иртә ҙурайырға тура килгән. Күптәр үкһеҙ етем ҡалған. Ололар менән бер рәттән госпиталдәрҙә яралыларҙы ҡарағандар, заводтарҙа, ауыл хужалығында эшләгәндәр, һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнашҡандар,- тип белдерә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе К.Толкачев.
Башҡортостанда 189 мең тирәһе һуғыш осоро балаһы йәшәй.
Закон проекты авторҙарының береһе Римма Үтәшева: “Был проектты һуҙырға ярамай. Һуғыш осоро балалары хәҙер инде оло йәштә, уларҙың һәр көнө ҡәҙерле. Һуғыш осоро балалары тигәндә беҙ 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуғандарҙы күҙ уңында тотабыҙ. Йәғни кем һуғыш мәлендә тыуған һәм һуғыш башланғанда 14 йәшен дә тултырып өлгөрмәгән – шулар әлеге социаль яҡлауға өмөт итә ала. Уларға бер тапҡыр түләнә торған түләү ҡарап, сиратһыҙ медицина хеҙмәте күрһәтеп, стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына юллама биреү – беҙҙең маҡсат”, - тине.
Проект ыңғай ҡабул ителһә, уны тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан сығым талап ителә. Әле граждандарға түләү республика Башлығы Указына ярашлы ғына башҡарыла.