АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
18 Март 2021, 14:16

Хәйбуллала ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҙур форум үтте

Был форум “Бәхетле ҡатын-ҡыҙ” проектына башланғыс бирҙе. Проект сиктәрендә барлыҡ ауылдарҙа ла ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү майҙансыҡтары булдырыласаҡ.

Хәйбулла районы Аҡъяр мәҙәниәт йортонда "Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге – милләт һаулығы" тип исемләнгән ҙур форум уҙғарылды. Сарала район ҡатын-ҡыҙҙары Советы ағзалары, ҡатын-ҡыҙҙар Советының беренсел бүлексәләре рәйестәре , йәмәғәтселәр һәм “Ғаилә” социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге белгестәре ҡатнашты.
Форумда ҡатнашыусылар өсөн «Хобби һәм ижад» күргәҙмә-презентацияһы ойошторолдо, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды, фотоға төшөү зонаһы эшләне. Талантлы оҫтабикәләр тәмле-тәмле аштар бешереү рецептары, милли костюмдар тегеү, мәрйендәр менән эшләү серҙәре менән бүлеште. Форумдың пленар өлөшөндә ғаилә политикаһы, ғаилә институтын нығытыу мәсьәләләре ҡаралды, әсәлеккә һәм балалыҡҡа ярҙам итеү, репродуктив һәм әхлаҡи сәләмәтлекте һаҡлау темаларына йәнле аралашыу булдырылды.
Район хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Роза Расембетова билдәләүенсә, был форум “Бәхетле ҡатын-ҡыҙ” проектына башланғыс бирҙе. Проект сиктәрендә барлыҡ ауылдарҙа ла ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү майҙансыҡтары булдырыла.
Форумда Аҡъяр үҙәк дауаханаһы табибы Альбина Иҫәнғужина, мәктәп шәфҡәт туташы Лилиә Ситчанова, “Эврика” социаллаштырыу һәм үҫтереү үҙәге етәксеһе Әнисә Данилова, Ғаилә” социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге белгестәре Динә Аҡҡужина һәм Зәлиә Нураева сығыш яһаны.