Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
7 Март 2021, 11:30

Бәләкәй принцессалар балы

Физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн "Бәләкәй принцессалар балы" Баймаҡ районында 2019 йылдан алып үткәрелә.--Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошондай саралар ойоштороу инициативаһы менән сыҡты. Быйыл Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән бергә балаларҙы һәм әсәләрҙе етеп килгән 8 Март байрамы менән тәбрикләнек. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамайынса, йөҙөгөҙҙән йылмайыу, күңелегеҙҙән дәрт бер ваҡытта ла китмәһен. Һеҙгә һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, бәхеттәрҙең мөлдөрәмә тулыһын, тормоштоң мул һәм бәрәкәтлеһен теләйем,--тине Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, инвалид балаларҙы һәм уларҙың әсәйҙәрен ҡотлап.

Физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн "Бәләкәй принцессалар балы" Баймаҡ районында 2019 йылдан алып үткәрелә.
--Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошондай саралар ойоштороу инициативаһы менән сыҡты. Быйыл Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән бергә балаларҙы һәм әсәләрҙе етеп килгән 8 Март байрамы менән тәбрикләнек. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамайынса, йөҙөгөҙҙән йылмайыу, күңелегеҙҙән дәрт бер ваҡытта ла китмәһен. Һеҙгә һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, бәхеттәрҙең мөлдөрәмә тулыһын, тормоштоң мул һәм бәрәкәтлеһен теләйем,--тине Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, инвалид балаларҙы һәм уларҙың әсәйҙәрен ҡотлап.