Йөклөлөк—ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтенең иң юғары сағылышы. Әммә был хәл шатлыҡ хистәрен генә тыуҙырмай, тулҡынланыу, ҡурҡыу хистәрен дә уята. Бигерәк тә, беренсе тапҡыр әсә булырға әҙерләнгән ҡатын-ҡыҙҙар хафалана. Ҡурҡыуҙы нисек еңергә? Нисек итеп әсә һәм балаға туғыҙ ай буйы тыныслыкта йәшәргә?
“Ғаилә” үҙәгендә «Йөрәк аҫтындағы Бәхет» исемле мәктәп булдырылды. Был мәктәптә әсә булырға әҙерләнгән ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн осрашыуҙар ойошторола. Яңы кешенең донъяға килеүенә әҙерлек алып барыу, әсәнең сәләмәтлеген нығытыу, психологик уңайлы зонаны киңәйтеү, ялды файҙалы үткәреү йүнәлешендә эштәр алып барыла.
Осрашыуҙарға төрлө белгестәрҙе саҡырабыҙ, акушер-гинеколог, педиатр, неонатолог үҙ кәңәштәрен бирә. Шулай уҡ йөклө ҡатындар менән “Ғаилә” үҙәгенең психологтары шөғөлләнә. Тулҡынланыуҙы сисеү өсөн төрлө тренингылар, релаксация, арт-терапия, музыка-терапия үткәрелә.
Әгәр ҙә һин, ауырлы икән һәм тулҡынланыуҙы яңғыҙың еңә алмаһаң, беҙҙең мәктәптең ишектәре асыҡ! Көтөп ҡалабыҙ!
Сибай ҡалаһындағы “Ғаилә” үҙәгенең психологы Зилиә Миңнулла ҡыҙы Байкова.