Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
6 Ғинуар 2021, 18:20

Ҡыш бабай таксиҙа елдерә...

Кешегә күтәренке кәйеф өсөн күп тә кәрәкмәй шул. Интернет киңлегендә сибайҙар ҡалала шәп бер таксист булыуына һөйөнөс белдерә. Машинаға инеү менән һәр кемде Ҡыш бабай ҡаршы ала икән...

Кешегә күтәренке кәйеф өсөн күп тә кәрәкмәй шул. Интернет киңлегендә сибайҙар ҡалала шәп бер таксист булыуына һөйөнөс белдерә. Машинаға инеү менән һәр кемде Ҡыш бабай ҡаршы ала икән. Һаулыҡ һорашҡандан һуң, “Ә һеҙ шиғыр беләһегеҙме?” – тип һорай. Әлбиттә, шиғыр ятлаусыны ҡала буйлап бушлай алып йөрөмәй, ә бына ултырғысҡа эленгән тоҡтан һәр кем тәмлекәс алып һыйлана ала.
Машина салонында Яңы йыл темаһына күңелле йырҙар ҙа яңғырай икән. Бына шулай, таксиҙа ҡайҙалыр барған арала Ҡыш бабай менән осрашып, шиғыр һөйләп, кәнфит менән һыйланып, күңелле музыка тыңлап бала саҡҡа ҡайтып урағандай булаһың.
Шәп бит, шәп! Тормош ауырлығына уфтанып йәшәгәнсе, уның матурлығын күреп, ғүмерҙең бер бирелеүен аңлап, башҡаларға шатлыҡ өләшеп йәшәүҙәргә ни етә?!
Фото: "Подслушано Сибай" төркөмөнән.