АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт тормошо
21 Ноябрь 2020, 19:30

ТӘМӘКЕНӘН БАШ ТАРТ!

Сибай ҡалаһының “Мир” Йәштәр йорто ирекмәндәр менән берлектә “Тәмәке тартыуҙы ташла” тип исемләнгән профилактик акция ойошторҙо.

Сибай ҡалаһының “Мир” Йәштәр йорто ирекмәндәр менән берлектә “Тәмәке тартыуҙы ташла” (“Забей на сигарету”) тип исемләнгән профилактик акция ойошторҙо. Был Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнөнә арналды (19ноябрь).
Был көндө һәр теләгән кеше акцияға ҡушыла алды. Тәмәке тартыусылар ҙа, тартмаусылар ҙа символик рәүештә эшләнгән сигарет өҫтөнә сөй ҡатты. Ә ысынлап сигаретын күҙ алдында юҡ итеүселәргә тәмәке урынына кәнфит бирҙек. Ирекмәндәр һәр осраған кешегә буклет таратты. Унда тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында яҙылған ине. Халыҡ акция менән ҡыҙыҡһынды, һәр кем ҡатаншырға, тәмәке өҫтөнә сөй ҡатырға теләк белдерҙе. Тимәк, кире ғәҙәттәргә ҡаршы булыусылар, әүҙем социаль позиция тотоусылар беҙҙең арала бихисап.
Беҙҙең акция сәләмәт тормошҡа табан бер аҙым булһа ла эшләргә ярҙам итһә, бик шат булыр инек.
“Мир” Йәштәр йорто етәксеһе Альбина Тапаҡова.

Читайте нас: