Республикала барған “Һабынлы бум” мәрхәмәтлек акцияһына сибайҙарҙың да ихлас ҡушылыуы ҡыуандыра. Оло йөрәкле, шәфҡәтле, миһырбанлы кешеләр Сибай ҡалаһындағы социаль приютта тәрбиәләнеүсе балаларға ярҙамға ашыға.
Яҡташтарыбыҙ ярҙамы менән байтаҡ ҡына көнкүреш химияһы, гигиена әйберҙәре, уйынсыҡтар тупланыҡ. Мәҫәлән, Балалар ижады үҙәге, Сибай педагогия колледжы, Сибай күп профилле профессиональ колледжы, “Сулпылар” балалар баҡсаһы коллективтары акцияға тәүгеләрҙән булып ҡушылды. Шулай уҡ Ә.Әбүбәкирова бәйләгән “терпекәйҙәр”ҙе, З.Ф.Ладыгина, Г.Петрова килтергән бейәләй, ойоҡбаштарҙы йылы ҡабул иттек. Әйткәндәй, улар был акцияла тәү ҡат ҡатнашмай.
Еңел булмаған әлеге тормошта үҙ мәшәҡәтенә генә күмелеп ҡалмай, ауыр яҙмышҡа, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған приют балаларына ярҙам итергә теләүселәрҙең барлығы ҡыуандыра. Приют коллективы исеменән мәрхәмәтле кешеләргә рәхмәттәр еткереп, ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Луиза Ғәҙелшина, социаль приюттың уҡытыусы-логопеды.